Йәмғиәт
10 Апреля , 05:02

Салауаттарҙы нимә борсой?

27 мартта Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин менән тура эфир үтте. Трансляция «Бәйләнештә» социаль селтәрендә барҙы. Салауат халҡынан һорауҙар 14 марттан 24-нә тиклем кире бәйләнеш платформаһында «Бергә хәл итәбеҙ» ҡушымтаһы аша ҡабул ителде. Хакимиәт башлығы ҡала халҡының төҙөкләндереү, юлдарҙың сифаты, урамдарҙы яҡтыртыу, яңы биҫтәләрҙә юлдар төҙөү мәсьәләләре тураһындағы биргән һорауҙарына яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Салауаттарҙы нимә борсой?Салауаттарҙы нимә борсой?
Салауаттарҙы нимә борсой?

СИФАТЛЫ ЭШМӘКӘРЛЕК
- Коммуналь хеҙмәттәрҙе башҡарыусы подрядсы ойошмалар - «САХ+» «һәм» «Флора» муниципаль предприятиелары. Улар ҡыш көнө ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартты. Мартта ҡар күп яуыу сәбәпле, борсолорға урын бар ине. Киләһе йылда контракт төҙөгәндә бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә аласаҡбыҙ. Халыҡ подрядсыларҙың эшенән ҡәнәғәт булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Губкин урамын яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителә. Беренсенән, 2025 йылда беҙ унда булған яланғас сымдарҙы изоляцияланған сымдарға алмаштырҙыҡ. Ел, дауылдар, ямғырҙар ваҡытында ла яҡтылыҡ һүнмәйәсәк.
Дөйөм алғанда Салауатта 214 километр сымды алмаштырыу талап ителә. Былтыр ҡалала 54 километр сым яңыртылды. Ағымдағы йылда Фурманов, Монтажсылар, Вокзал, Шишмә һәм Көнбайыш урамдары яҡтыртыу менән проблемалар бөтөрөләсәк.
6-сы һәм 8-се биҫтәләрҙә үҙәк һыу үткәреү проект эштәрен башҡарҙыҡ. Смета документацияһы әҙер. Был эштәр республика средстволары иҫәбенә башҡарылырға тейеш, шуға күрә 2026-2028 йылдарға адреслы инвестиция программаһына ғариза бирҙек.
2025 йылда бюджет аҡсаһын йыйыу буйынса планды арттырып үтәнек һәм уларҙы электр сымдарын алмаштырыуға ғына түгел, ә тротуарҙарҙы ремонтлауға ла йүнәлттек: Космонавтар бульварында, Октябрь, Ленин, Карл Маркс урамдарында, Нефтселәр проспектында. Пушкин урамында яңы тротуар һалынды. Быйыл да эш дауам ителә.
Бынан тыш, быйыл бөтә социаль объекттарға: мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға, китапханаларға илткән тротуарҙарға асфальт түшәйбеҙ.
«Спутник» биҫтәһендә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүгә килгәндә, мәсьәлә бик ҡатмарлы. Юл эштәрен проектлау һәм коммуникациялар һалыу ваҡытында тротуарҙарҙы булдырыу мөмкинлеге ҡаралмаған. Был финанс яҡтан сығымлы эш һәм айырым ҡараш талап итә. Ҡала халҡы автомобиль юлынан йөрөргә тейеш түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ. Һәм, ниһайәт, Монтажсылар бульварында «Ҡурай» ҡунаҡханаһына тиклем йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү быйыл йәй башлана.
ҠАЛА ИНФРАСТРУКТУРАҺЫН ЯҠШЫРТЫУ
Быйыл хакимиәт алдындағы майҙанды төҙөкләндереүгә өҫтәмә рәүештә 50 миллион һум бүленгән. Ял итеү зоналары булдырыла, эскәмйәләр һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла. Йәшелләндереү процесы дауам ителә һәм сәскәләр ултыртыла.
Дзержинский урамын төҙөкләндереүгә республика бюджетынан - 44 миллион, федераль бюджеттан 65 миллион һум бүленгән. Был арауыҡ Ленин майҙаны кеүек үк стилдә биҙәлә. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте «Нефтехимик» һарайы янындағы скверҙы төҙөкләндереүгә 65 миллион һум бүлә, унда йәйәү йөрөү зоналары, беседкалар һәм эскәмйәләр буласаҡ. Шулай уҡ ике йылға Матросов бульварын төҙөкләндереү буйынса эштәр планлаштырылған.
Космонавтар бульварындағы аллеяны реконструкциялау дауам ителәсәк: икенсе этапҡа 65 миллион һум бүленгән. Аллея музыка колледжына тиклем барып етә. Йәйәү йөрөү юлдарын төҙөйбөҙ. Бында бәҙрәф, эттәр йөрөтөү зонаһы һәм, әлбиттә, үҫмерҙәр һәм йәштәр күптән һораған скейт-парк төҙөләсәк.
ТӘРТИП БУЛДЫРЫУ КӘРӘК
Островский урамындағы баҙар 39-сы магазин йәки элекке «Орленок» кинотеатры булараҡ билдәле. Санитар нормаларға тап килмәгән сауҙа урыны йәйәүлеләргә ныҡ ҡамасаулай. Баҙарҙы Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары һатып алған. Улар унда тротуарҙан ситтә, ҡайындар араһында сауҙа нөктәләре булдырырға ҡарар иткән. Хәҙер үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктәрен баҡсасылар прилавка артына тороп һатасаҡ. Быйыл магазин алдындағы майҙанға асфальт түшәргә ниәтләйҙәр.
Салауат ҡалаһының мәғариф идаралығы дүрт мәктәпте ремонтлауға милли проектта ҡатнашыу өсөн проекттар һәм сметалар әҙерләй. Беҙ 29-сы балалар баҡсаһына һәм дүрт мәктәпкә: 22-се, 11-се, 15-се мәктәпкә, 8-се лицейға ғаризалар әҙерләнек.
Көнбайыш биҫтәһендә юлдар төҙөүгә килгәндә, ҡағиҙәләр буйынса быны бөтә төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң ғына эшләй аласаҡбыҙ. Бынан тыш, Һыу урамынан ҡала коллекторына ирегән һыуҙы ағыҙыу буйынса план әҙерләнгән.
Спидвей секцияһында 44 бала шөғөлләнә. Башҡа ҡалаларҙа йәшәгән спортсыларҙан команда булдырыу рациональ түгел, тип иҫәпләйем. Команда даими рәүештә яңы кадрҙар менән тәьмин ителергә тейеш. Урындағы бюджет иҫәбенә бәләкәй тректы ремонтлай башлаясаҡбыҙ. Спидвей мәктәбен үҫтерергә кәрәк.
ЯҢЫ ЙОРТТАР
Ҡалала яңы йорттар төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды. Беренсеһе - Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды. Конкурс процедуралары үткәрелгән, проект эштәре башҡарылған һәм апрель аҙағында Бочкарев урамында биш ҡатлы йорт төҙөлә башлаясаҡ. Губкин урамында тағы бер биш ҡатлы йортто «Восток» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөйәсәк. Икенсе ярты йыллыҡта улар эшкә тотона. Салауатта нөктәле төҙөлөш өсөн урындар бик күп, һәм был участкалар аукционға ҡуйыласаҡ, һуңынан йорттар ҙа төҙөләсәк.
2025 йылда беҙ ҡала транспорты эшен нормалләштереү менән тығыҙ шөғөлләндек. 30 туҡталышта мәғлүмәт таҡталары урынлаштырылған. Әммә яңы ҡуйылған 29 туҡталышта бындай таблицалар әлегә юҡ. Беҙ хәрәкәт интервалын 20 минуттан 10 минутҡа тиклем кәметеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Мин ҡаланың предприятиеларына һәм ойошмаларына ниндәй ҙә булһа парк йәки аллея өҫтөнән шефлыҡ алыуҙы тәҡдим иттем. Мәҫәлән, «Салауатбыяла» акционерҙар йәмғиәте Фурманов урамындағы паркты беренсе йыл ғына төҙөкләндермәй. Кемдер Пушкин паркына ла шефлыҡ итер, тип өмөтләнәм.
ҺАНДАР ҺӘМ ФАКТТАР
Ҡалала селтәрҙәрҙең туҙыуы 68 процент тәшкил итә. 2023 йылда 470 метр магистраль селтәрҙәр капиталь ремонтлана, 2025 йылда ни бары 300 метр, шул уҡ ваҡытта селтәрҙәрҙең оҙонлоғо 218 километр тәшкил итә. Был мәсьәләне мин даими рәүештә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм хөкүмәт кимәлендә күтәрәм. Өс километр һәм 700 метр магистраль йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен капиталь ремонтлау тураһында килешеү төҙөлгән. Был республикала ремонтланасаҡ иң ҙур участка. 2027 йылда бер, 2028 йылда - ике, 2029 йылда - өс километр селтәр ремонтланасаҡ.
Бекетов урамында ямғыр канализацияһы булмауы күптәнге проблема: йортто төҙөгәндә ямғыр канализацияһы тураһында уйламағандар. Юл аша канализация һалынасаҡ һәм ике ҡоҙоҡ эшләнәсәк.
Спутник биҫтәһендә туҡталыш павильондарын урынлаштырасаҡбыҙ, улар, вандалдарҙан һаҡлау маҡсатында, металдан ҡуйыла. Балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу әлегә көтөлмәй, беҙҙә был биҫтәләрҙе төҙөкләндереү өсөн бюджет аҡсаһын йүнәлтергә мөмкинлек биргән программалар юҡ.
Бекетов урамында мәктәп төҙөү өсөн республика бюджетынан аҡса бүленә. Әммә конкурс процедураһында ҡатнашырға йә бер кем дә заявка бирмәй, йә законлы талаптарға яуап бирмәгән ойошмаларҙан ғаризалар килә.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров мәктәп төҙөлөшө көнүҙәк мәсьәлә булыуын һәм конкурс процедураларының дауам ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә ала, - тип яуапланы Марат Зәһиҙуллин.
Салауаттар кадрҙар етешмәүе, ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау, шулай уҡ идара итеүсе компанияларҙан квитанциялар алыу ваҡытына зарланды. Шулай уҡ кинотеатр булмауы борсой.
- Элекке «Алмаз» мәҙәниәт һарайы биләмәһе милексе ҡала ҡуйған талаптарҙы үтәгәндән һуң ғына тәртипкә килтереләсәк. Ул төҙөлөш сүп-сарҙарын йыйып алырға һәм биләмәне төҙөкләндерергә тейеш. Был биләмәлә магазиндар, ял итеү зоналары, фудкорттар, кинозал һәм ҙур парковка менән сауҙа үҙәге төҙөү проекты бар, - тип билдәләне хакимиәт башлығы.
Тура эфир аҙағында Марат Зәһиҙуллин 2028 йылда ҡаланың 80 йыллығына әҙерлек башланыуы хаҡында иғлан итте.

Автор:
Читайте нас