Был осрашыуҙар матур йолаға әүерелде һәм Башҡортостан Республикаһында «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса Юл картаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Был юлы төп иғтибар 2026-2029 йылдарға иҫәпләнгән юл картаһын үтәү буйынса тырышлыҡты координациялауға йүнәлтелде. Салауат хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат бүлексәһе раҫлаған был төп документ берлектәге эшмәкәрлек өсөн ориентир буласаҡ.
Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙе, ә өс комиссия етәкселәре - мәғариф һәм мәктәпкәсә тәрбиә, мәҙәниәт һәм халыҡ йолалары, шулай уҡ йәштәр эштәре, спорт һәм патриотик тәрбиә буйынса - үҙ
пландары һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.
- Салауат ҡалаһында 18 мәктәптә, 38 мәктәпкәсә белем биреү, 6 өҫтәмә белем биреү ойошмаларында һәм 5 мәҙәниәт ойошмаһында Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барыла. Ҡалала 50-се башҡорт балалар баҡсаһы эшләй, унда 6 төркөмдә 126 бала башҡорт телендә тәрбиәләнә. Ата-әсәләр һорауы буйынса 9-сы, 10-сы, 27-се, 55-се балалар баҡсаһында ла башҡорт телен өйрәнеү түңәрәктәре асылды. 2025 йылдың октябрь айынан 45-се балалар баҡсаһында «Аҡбуҙат” башҡорт телен өйрәнеү пилот
программаһы эшләй башланы. 25-се башҡорт гимназияһы республика кимәлендәге “Урал батыр мәктәбе” проектына ҡушылды, - тине мәғариф
идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова.
Фекер алышыуҙа «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы, «Аҡбуҙат» Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы, Ата-әсәләр комитететы, шулай уҡ элекке Ҡоҙаҡай ауылы халҡын берләштергән «Ҡоҙаҡай» йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимиров сығыштарға йомғаҡ яһаны, шунан һуң һүҙҙе хакимиәт башлығы алды. Марат Зәһиҙуллин сығыш яһаусыларҙың барыһын да иғтибар менән тыңланы һәм бергәләп эшләү тураһындағы ҡарашы менән уртаҡлашты. Ул рус һәм башҡорт телдәрен дәүләт теле итеп билдәләгән «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыуҙың мөһимлеген айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хакимиәт башлығы закондың ҡайһы бер положениеларының әлегә тулыһынса үтәлмәүенә иғтибар итте. Атап әйткәндә, ул учреждениеларҙа, ойошмаларҙа һәм сауҙа предприятиеларында ике дәүләт телендә, өҫтәүенә грамоталылыҡты һаҡлап, яҙыуҙарҙың булыуын тәьмин итеү кәрәклеген күрһәтә.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡоролтай башҡарма комитеты һәм хакимиәт башлығы яғынан ҡатнашыусыларҙың бөтә теләктәрен һәм тәҡдимдәрен берҙәм документҡа әйләндерергә ҡарар ителде. Шулай уҡ бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә ҡарар ителә, был мәсьәләләрҙе оператив тикшереү
һәм Юл картаһын тормошҡа ашырыу барышын күҙәтеү өсөн эшләнә.
Был осрашыу Салауатта башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡала хакимиәте менән башҡорт йәмәғәтселеге араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым булды.
Зилә СӘЛИМОВА