газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 12:17

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт наградалары

19 мартта, Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан, Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт-концерт залында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт  наградалары
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт наградалары

90-дан ашыу хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе 
урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы. Үҙенең сәләмләү һүҙендә Урал Таһир улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың исеменән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм төбәк етәксеһенең мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне.

- Шуны иҫтә тотоу мөһим: һеҙ мәҙәниәт өлкәһендә генә эшләмәйһегеҙ, һеҙҙең иңегеҙҙә дәүләт миссияһы - халыҡҡа һәм үҫеп килеүсе быуынға хәҡиҡәтте еткереү бурысы ята. Беҙ ҡатмарлы, һынылыш осоронда 
йәшәйбеҙ, - тине үҙ мөрәжәғәтендә Урал Килсенбаев.
Бүләкләнеүселәр араһында салауаттар ҙа бар. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме Салауат музыка колледжы директорының  уҡыу эше буйынса урынбаҫары Галина Казанцеваға һәм Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Татьяна Татауроваға бирелде. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Юнир Мансуров лайыҡ булды. Балалар музыка мәктәбенең виолончель класы буйынса уҡытыусыһы Татьяна Дынина Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас