газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 14:04

Бәхет килә көткәндәргә

Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ике күп балалы ғаиләгә «Йәш ғаиләләргә ярҙам» программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырҙы.

Бәхет килә көткәндәргә
Бәхет килә көткәндәргә

- Һәр йәш ғаиләнең үҙ фатиры йәки йорто булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә  тырышабыҙ. Был сертификат оҙон һәм бәхетле юлдың башы булһын, балаларҙың шат тауышы яңғырап торорлоҡ үҙ мөйөшөгөҙҙө булдырыуҙа
ярҙам итһен, - тине Марат Зәһиҙуллин. - Тап бәхетле ғаиләләрҙә ысын патриоттар һәм лайыҡлы кешеләр үҫә, ҡалабыҙ, республикабыҙ, бөтә ил улар ҡулында. 
Гөлназ һәм Урал Низмәтдиновтар 15 йыл бергә. Тәүге осрашыуҙан  һуң өс йыл үткәс, Салауат ЗАГС-ында мөнәсәбәттәрен законлаштыра. Әле өс бала - ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Тантанаға улар бөтәһе бергә килгәйне.
Программала ҡатнашыуға ғаризаны Низмәтдиновтар 2021 йылдың авгусында биргән булған. 
- Ул мәлдән алып күп ваҡыт үтте, дөрөҫөн әйткәндә, сертификат алыуыбыҙға ышанмағайныҡ та. Ә бында шундай яңылыҡ! Ҙур рәхмәт! Был - ысын шатлыҡ. Беҙ  бәхетле! - тип белдерҙе Гөлназ. - Әле фатирҙа йәшәйбеҙ, яңыраҡ тағы бер торлаҡты ипотекаға алдыҡ. Сертификатты уны ҡаплауға йүнәлтәсәкбеҙ.
- Өмөт бар ине, тик бик аҙ, - тип йылмайып өҫтәне Урал. - Әллә ни үҙгәрештәр көтмәһәк тә, йылына бер тапҡыр сираттың нисек алға шылыуы менән ҡыҙыҡһынып торҙоҡ. Улдарыбыҙ ғына булғанда, беҙ шартлы рәүештә 115-се инек. Ҡыҙыбыҙ тыуыу менән хәл үҙгәрҙе, быға бик шатбыҙ!
Өс малай тәрбиәләгән Надежда һәм Иншар Туҡтамышевтар сертификат алыуҙары хаҡында тантана алдынан ғына белгән.
- Бик шатландыҡ! - тине сертификатты алыуға уртансы улы Тимур менән бергә килгән Надежда.
Улар 2020 йылда ғаилә ҡорған, ә программала ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2023 йылдың ғинуарында биргәндәр һәм шул ваҡыттан алып яҡшы яңылыҡ көткәндәр.
- Ҙур ғаиләбеҙ булыр, ти күҙ алдына ла килтермәгәйнек, әммә барыһы ла шулай килеп сыҡҡанына бик шатбыҙ, - ти Надежда. - Программаға инеү артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы, шулай ҙа унан артыҡ әллә нимә көтмәнек. Хәҙер сертификат
ярҙамында беҙ дүрт бүлмәле фатир һатып ала алабыҙ.
Алена БИЗИКИНА фотолары.

Бәхет килә көткәндәргә
Бәхет килә көткәндәргә
Автор: Дина Галеева
Читайте нас