Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март , 17:19

Яңы алымдар - заман талабы

Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙе Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы, тип иҫәпләйҙәр. Ҡәҙимге контракттан айырмалы, уның күп кенә өҫтөнлөктәре бар. Ошо һәм башҡа нимәләр тураһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы, сержант Альберт Рәхимов һөйләй.

Яңы алымдар - заман талабы
Яңы алымдар - заман талабы

- Пилотһыҙ системалар операторҙары - хәҙерге замандың иң кәрәкле һәм һөҙөмтәле белгеслектәренең береһе. Пилотһыҙ авиация подразделениеларында кандидаттарға түбәндәге талаптар
ҡуйыла: кандидаттарҙың йәше - 45-кә тиклем, әммә FPV-дрондары операторҙары өсөн 18 йәштән 35 йәшкә тиклем сикләүҙәр ҡуйылған. Кандидаттың төрлө белем кимәле булыуы мөмкин. Сәләмәтлеге «Б» категорияһынан түбән булмаған талаптарға яуап бирергә тейеш. Бынан тыш, уның аналитик аҡылы үҫешкән, вестибуляр аппараты һәм ҡул хәрәкәттәре координацияһы яҡшы
булыуы, компьютерҙа ышаныслы эшләй белеүе шарт.
Пилотһыҙ ғәскәрҙәр - егеттәребеҙгә бурыстарҙы хатаһыҙ башҡарырға мөмкинлек биргән яңы подразделение. Улар разведка менән шөғөлләнә, штурмовиктар өсөн юлды таҙартып бара, аҙыҡ-түлек һәм медицина саралары менән тәьмин итә.
Әле Салауат ҡалаһынан дүрт егет пилотһыҙ системалар операторы булып эшләүгә контракт төҙөнө. Уларға яңы һөнәре оҡшай. Был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре күп.

Әйтәйек, контракт бер йылдан алып төҙөлә, артабан хеҙмәт итергә теләге булмаһа, уны өҙә ала. Улар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә генә хеҙмәт итәсәк. Хәрбиҙе, уның ризалығынан
тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай. Хәрбиҙәр уҡыуҙы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының уҡыу селтәрендә пилотһыҙ системалар белгестәрен махсус әҙерләү программаһы буйынса бушлай үтә. Был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүселәр өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫта.
Түләүҙәр түбәндәгесә: контрактҡа ҡул ҡуйғанда бер тапҡыр 400 мең һум, Башҡортостандан - 1 миллион, ҡаланан 300 мең һум түләнә. Махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡаны һәм хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле башҡарғаны өсөн ике оклад күләмендә түләүҙәр иҫәпләнә, тәүлек түләүҙәр - 4240 һум. Дошман техникаһын юҡ иткән өсөн, ҡоралланыу төрөнә ҡарап, 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Һөжүм операцияларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн өҫтәмә түләүҙәр тәүлегенә 12 мең һум тәшкил итә. Был контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла. Эш биреүсе хеҙмәт итеү ваҡытына хеҙмәткәрҙең эш урынын һаҡлап ҡалырға бурыслы. Хәрбиҙәрҙең балаларына бюджет урындарында дәүләт уҡыу йорттарына сираттан тыш инеү хоҡуғы бирелә.
Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн документтарҙы Салауат ҡалаһы, Өфө урамы, 25 адресы буйынса хәрби комиссариатҡа тапшырырға кәрәк. Унда барыһын да ентекле аңлатасаҡтар. Бөтә процесс 2-3 көн дауам итә. 

Автор: Дина Галеева
Читайте нас