газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март , 16:02

Салауаттың Почетлы гражданы

«Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеменә шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы ҡала хакимиәтендә үткән ҡала Советының ун туғыҙынсы ултырышында уҙҙы.

Салауаттың Почетлы гражданы
Салауаттың Почетлы гражданы

Рәмил хәҙрәт Насиров 1962 йылдың 21 декабрендә Ауырғазы районының Байыш ауылында тыуған. 1979 йылда  Салауатҡа күсеп килә. Ул 38 йыл дауамында йәмәғәт башланғысында дини эшмәкәрлек алып бара, «Әннәби» йәмиғ мәсете комплексының алыштырғыһыҙ етәксеһе булып тора. 1995 йылдан - мөфтөй, 2019 йылдан  Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй ярҙамсыһы булып тора, ә 2023 йылдың 19 апреленән уға шәйех исеме бирелә.
- Ҡала халҡына, ҡала хакимиәте вәкилдәренә һәм алтынсы саҡырылыш депутаттарына ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров бүләкләү тантанаһында. - Рамаҙан айында һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм иман ныҡлығы, аяҙ күк йөҙө теләйем.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас