газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март , 15:50

Мөһим документлы булдылар

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында үткән сарала 90 егет-ҡыҙға төп документ - паспорт менән бергә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм паспорт өсөн тышлыҡтар ҙа тапшырылды. Үҫмерҙәр менән бергә уларҙың ата-әсәләре лә килгәйне.

Мөһим документлы булдылар
Мөһим документлы булдылар
Мөһим документты Уларҙы Рәсәй эске эштәр идаралығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы Оксана Лоҡманова һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе эшен ойоштороу буйынса белгесе Элиза Ғәбиҙуллина, ветерандар советы рәйесе Суфия Етеханова, мәғариф идаралығының баш белгесе Татьяна Сергеева, махсус хәрби операция ветерандары Алексей Алимкин Һәм Иван Зуев тапшырҙы.
- Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә, паспорт тураһында положениеға ярашлы, 14 йәше тулған һәр гражданға беренсе документ - Рәсәй гражданы паспорты бирелә.  Ошо документығыҙ, Рәсәй Федерацияһы граждандары булыуығыҙ, Тыуған илегеҙ менән ғорурланығыҙ! - тип үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итте Оксана Лоҡманова. 
- Ошо мөһим дата, тәүге документығыҙ менән ҡотлайым! Беренсе булығыҙ, хәрәкәттә булығыҙ, проекттарҙа, сараларҙа ҡатнашығыҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең барыһы ла килеп сығыр! - тине Элиза Ғәбиҙуллина.
Үҫмерҙәргә махсус хәрби операция ветераны Алексей Алимкин мөрәжәғәт итте:
- Тормошоғоҙҙағы тәүге, иң мөһим документты һаҡлағыҙ. Сәләмәт булығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, яҡшы уҡығыҙ һәм патриот булығыҙ.
Беренсе паспорт алыу үҫмергә рәсми рәүештә эшкә урынлашыу, үҙ аллы банк иҫәптәрен асыу, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлеү, алыҫ араға йөрөүсе поездарға билеттар һатып алыу, шулай уҡ үҙ эш хаҡы һәм стипендияһы менән идара итеү мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта паспортты ҡулланыу һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 14 йәштә - административ, ә 16 йәштән административ һәм енәйәт яуаплылыҡ та янай. Гражданин документын һаҡсыл һаҡларға һәм ваҡытында үҙгәртергә бурыслы.
- Был паспорт менән бергә һеҙ хоҡуҡтар ғына алмайһығыҙ, ә бурыстар ҙа йөкләтелә. Мөһим документты һаҡларға кәрәклеген онотмағыҙ, бер нисек тә уны боҙорға йәки юғалтырға ярамай, - тине Татьяна Сергеева.
Әйткәндәй, паспорт алыуға документтарҙы үҫмер тыуғандан алып 90 көндән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк. Ғаризаны күп функциялы үҙәк, Эске эштәр министрлығы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре»аша рәсмиләштерергә мөмкин. Ул биш эш көнө эсендә әҙерләнә. Ғаризаны үҫмер үҙе бирә.
 
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.
Мөһим документлы булдылар
Мөһим документлы булдылар
Автор: Дина Галеева
Читайте нас