Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан автомобиль руле артында 46 йәшлек иҫерек ҡатын була.
Тикшереү үтеүҙән ул баш тарта. Асыҡланыуынса, ҡатын 2025 йылдың июнендә шундай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм 18 айға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Шулай уҡ суд уға 45 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләй, әммә ул уны түләмәй.
Иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн яза, шул иҫәптә 500 мең һумға тиклем штраф, мотлаҡ/мәжбүри эштәр йәки өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү, шулай уҡ транспорт сараһын мотлаҡ конфискациялау тураһында бара. Өҫтәмә рәүештә алты йылға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү тыйыла. Салауат дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, автомобиль махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылған.
Материалдар енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн тәфтиш органдарына ебәрелгән.
Автор фотоһы.