Улар тәүҙә Салауат психоневрология интернатына барҙы. Интернат 1991 йылдан эшләй. 2021 йылдың авгусынан Салауат ПНИ-һы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр бергә йәшәгән социаль учреждение булараҡ пилот проектында ҡатнаша. Быға тиклем учреждениеға тик ирҙәр генә ҡабул ителгән.
- Коррекция мәктәбе менән 2021 йылдан хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙә алты уҡытыусы эшләй. Дәрестәр график буйынса үтә, һәм улар ике йыллыҡ белем алыуҙы тамамлау тураһында таныҡлыҡ ала. Ул тәрбиәләнеүселәребеҙҙең хоҡуҡтарын ҡайтанан ҡарау һәм эшкә урынлаштырыу өсөн мөмкинлектәр аса. Интернат базаһында ҡала медицина колледжы студенттары менән реабилитация дәрестәре үтә, улар беҙгә практикаға килә, - ти Салауат психоневрология интернаты директоры Елена Прокофьева.
Быға тиклем 22 кеше эшкә урынлаштырылған. Бында ижади һәм хеҙмәт күнекмәләрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Программалар һәм ирекмәндәр ярҙамында төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Интернат хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты - тәрбиәләнеүселәрен йәмғиәткә мөмкин тиклем нығыраҡ яраҡлаштырыу.
- Беҙ көнкүреш күнекмәләренә өйрәтеү өсөнтәғәйенләнгән өс айлыҡ яңы проект башланыҡ. Проект сиктәрендә улар урамға сығыу урыны булған айырым бүлмәлә йәшәй, үҙ аллы магазинға
йөрөргә һәм аш-һыу әҙерләргә өйрәнә. 1 февралдән бында йәш пар йәшәй. Был эксперимент үҙаллылыҡты үҫтереүгә һәм интернаттан тыш тормошҡа яраҡлашыуға йүнәлтелгән, - тип уртаҡлашты
Елена Прокофьева.
Луганск Халыҡ Республикаһынан ҡунаҡтар барған икенсе объект «Клевер» оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө ял үҙәге булды. Үҙ эшен 2024 йылдың аҙағында Салауат психоневрология интернатында көндөҙгө бүлек булараҡ башлай, бер йылдан һуң «Клевер» айырым бинаға күсә.
- Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙе реабилитациялау һәм дауалау өсөн медицина ҡорамалдарын даими яңыртабыҙ. Күптән түгел иммунитетты нығытыуға булышлыҡ иткән ҡанды лазерлы нурландырыу аппаратын һатып алдыҡ. Беҙҙең арсеналда дөйөм, косметик һәм гидромассаж, шулай уҡ тренажер залы бар. Әле мейенең ике ярымшарын үҫтереүгә һәм координацияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы нейрогимнастика программаһын әҙерләйбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙебеҙ йыһазландырған тоҙ бүлмәһен ярата, - ти «Клевер» үҙәге мөдире Оксана Грешнова.
«Клевер» көнөнә 10-15 кешене ҡабул итә ала. Бында махсус лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт һәм һауыҡтырыу саралары,тәбиғәткә сығыу, әүҙем уйындар һәм төркөм күнекмәләре үтә.
Салауат ҡалаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн Ғаилә хеҙмәте уңышлы эшләй.
- Ғаилә хеҙмәте эшендә автоматлаштырылған система ҡулланыла, ул бөтә хеҙмәттәрҙе иҫәпкә алырға һәм ғаиләләрҙең республика буйлап хәрәкәтен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙамдың бөтә тарихын күрергә була, хатта улар башҡа төбәктәрҙән күсеп киткәндә лә. Төрлө конфликттарҙы хәл итергә ярҙам иткән медиация хеҙмәтен индерәбеҙ. Шулай уҡ уңайлы эш һәм сенсор тәьҫире өсөн йыһазландырылған психологтар кабинеттары бар. Белем биреүгә, карьерағаһәм мотивацияға йүнәлтелгән «һөнәр һайлауға ете аҙым» кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, - тип һөйләй «Ғаилә» көньяҡ район-ара үҙәге етәксеһе Роза Ишбаева.
Луганск Халыҡ Республикаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Ольга Евсюкова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Шундай ижади етәкселәр, берҙәм коллективтар. Бындай тәжрибә туплау эшебеҙгә ыңғай йоғонто яһай.
Салауат хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Борисова делегация сәфәренә йомғаҡ яһаны:
- Беҙ ҡалала булған бөтә нимәне күрһәтергә тырыштыҡ, яҡшы баһа алдыҡ. Осрашыу файҙалы булғандыр, тип ышанабыҙ.
Зилә СӘЛИМОВА.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.