газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 10:39

Власть һәм халыҡ араһындағы күпер

Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Салауат ҡалаһы мэры Марат Зәһиҙуллин менән 2026 йылға ҡаралған эштәр тураһында һөйләште. Салауаттарҙы борсоған иң актуаль мәсьәләләр: транспорт хәрәкәте, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, экология һәм гуманитар ярҙам ойоштороу.

Власть һәм халыҡ араһындағы күпер
Власть һәм халыҡ араһындағы күпер

- Йәмәғәт палатаһы - ҡала халҡы менән власть араһында ышаныслы һәм һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыусы күпер, - тип билдәләне Марат Зәһиҙуллин. - Һеҙҙең әүҙем позицияғыҙ, профессиональ ҡарашығыҙ һәм ҡала үҫешенә битараф булмауығыҙ социаль проблемаларҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина Назарова, үҙ сиратында, хакимиәт менән берлектә эшләүгә әҙерлек белдерҙе һәм был  йүнәлештәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында 2026 йылға пландар билдәләнеүен раҫланы.
Осрашыу барышында күтәрелгән темаларҙың береһе - йәмәғәт транспорты хәрәкәте.
- Ошо көндәрҙә «Башавтотранс» вәкилдәре менән осраштыҡ һәм хәрәкәт интервалын кәметеү өсөн өҫтәмә алты автобус бүлеү тураһында һөйләшеп килештек. Ҡалала яңы маршруттар булдырмайбыҙ. 1-се, 5-се һәм 6-сы маршруттар буйынса автобустар һанын арттырабыҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.

- 8-се һәм 9-сы маршруттар популяр, әммә улар буйлап автобустар һирәк йөрөй, - тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль сәйәсәт һәм ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Фруза Хәбибуллина.
- Беҙ ҡала транспорты хәрәкәтен күҙәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тип өҫтәне хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Андрей Поляев.
Коммуналь түләүҙәрҙең нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау өсөн идара итеүсе һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың тарифтарын ҡулланыуға йәмәғәт контроле дауам ителәсәк.
- Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр мәсьәләһе буйынса салауаттар менән аңлатыу эшен ойошторасаҡбыҙ, - тип билдәләне Андрей Поляев. 
Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм юлдарҙы ҡабул итеүҙә комиссия ағзалары  ҡатнашасаҡ, баҡсасыларҙың юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Инновацион үҫеш, бәләкәй һәм урта бизнес, эшҡыуарлыҡ һәм тирә - яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса  комиссия рәйесе урынбаҫары Асҡан Йосопов 2026 йылға пландары менән уртаҡлашты, комиссия ағзалары бизнес вәкилдәренә эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәләрендә дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Шулай уҡ комиссия ағзалары«Салауат кооперацияһы» һанлы платформаһын эшләтеп ебәрергә планлаштыра. Был - ҙур предприятиеларҙың тендерҙары һәм техник заданиелары урынлаштырыласаҡ бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары иҫәбенән потенциаль тәьмин итеүселәрҙең электрон реестры.
Осрашыуҙа Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров сығыш яһаны. Йәмәғәт  палатаһындағы коллегалары менән бергә ул экологик мәсьәләләр һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Улар
Ағиҙел йылғаһы буйында экологик өмә ойоштороуҙы күҙ уңында тота, был иһә ҡала халҡының һәм йәш быуындың экологик аңын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров иғлан иткән Зур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль сәйәсәт һәм  ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссияның эшмәкәрлеге айырыуса әһәмиәтле булып тора. Комиссия рәйесе Фруза Хәбибуллина билдәләүенсә, ғаилә һәм балалыҡ темалары һәр ваҡыт төп йүнәлеш булып ҡалырға тейеш, тармаҡтар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк биреү зарур. Белем биреү ойошмаларында туҡланыу, балаларҙың ялы һәм уларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләре өҫтөнлөклө булып ҡала.
- Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса, шул иҫәптә Йәмәғәт палатаһы эше арҡаһында, беҙ республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Был эште дауам итергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ирина Борисова.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү  маҡсатында «йәшел коридор» ойошторолоуы тураһында комиссия рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Хисмәтуллина хәбәр итте. Был системаярҙамында улар медицина учреждениеларына сираттан  тыш мөрәжәғәт итә һәм кәрәкле ярҙам ала. Шулай уҡ инвалидлыҡты рәсмиләштереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштороу тәҡдим ителде, унда хәрби комиссариат һәм медицина-социаль экспертиза бюроһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
- Быйыл беҙ махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булғандарға ярҙам итеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Әле үк сираттағы гуманитар конвой ойошторабыҙ, уны февраль аҙағында йәки март башында ебәрәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте Марат Зәһиҙуллин. Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, ирекмәнлек Һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса  комиссия рәйесе, «Синдикат» Гуманитар операция үҙәгенең Z Гуманитар конвойының мобиль төркөмө етәксеһе Александр Бабаян, гуманитар йөк ҙур буласаҡ, тип хәбәр итте. Мәҫәлән, күптән түгел уларға махсус хәрби операция  ағзалары дрондарҙы табыу өсөн яңы приборҙар һорап мөрәжәғәт итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып Йәмәғәт палатаһы ағзалары хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә.
- Алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт диалогҡа әҙер - тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларҙар һәм тормошҡа ашырырға ярҙам итерҙәр, - тип йомғаҡ яһаны Марат Зәһиҙуллин һәм бындай осрашыуҙарҙы квартал
һайын үткәрергә тәҡдим итте.

Зилә СӘЛИМОВА.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас