- Был сараны икенсе йыл рәттән уҙғарабыҙ. Маҡсаты - балаларҙы һәм йәштәрҙе даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, уларҙа туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу, шахмат уйынына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Сөнки шахмат - ул фекер ҡеүәһен яҡшырта, ихтыяр көсөн һәм ныҡышмалылыҡты үҫтерә. Уйында ҡатнашырға теләк белдереүсе балаларҙың йылдан-йыл артыуына шатмын. Турнир изге йолаға әүерелер, тип ышанабыҙ, - тине «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов һәм яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотлап, барыһына ла уңыштар теләне.
Сараны асҡанда Салауат музыка колледжы студенттары Данил Туҡтаров менән Ратмир Сәйфетдиновтың баян һәм ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнауы күңелдәрҙе, кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Бына егет-ҡыҙҙар сәмләнеп уйынға күсте. Һәр ҡайһыһы фигураларҙың позицияһын ентекле өйрәнде, һәр йөрөштө ныҡлы уйлап яһаны. Ял араһында улар беҙҙең менән әңгәмәләшеп алырға ла ваҡыт тапты.
25-се башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы Сәхиулла Игебаев:
- Шахмат менән ете йыл шөғөлләнәм. Был уйынға ата-әсәйем алып килде, ағайым да уйнай. Бөгөн турнирҙа ул да ҡатнаша. Шахмат уйнау хәтерҙе яҡшырта, алдан уйлай белергә өйрәтә. Миңә шахматтар бик оҡшай.
25-се башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусыһы Алмаз Әбүбәкеров:
- Әлеге турнирҙа икенсе йыл рәттән ҡатнашамын. Шахматҡа биш йәшемдә үҙем теләп килдем. Бик оҡшай. Шахмат уйнау аҡылды үҫтерә, уйлау ҡеүәһен арттыра. Былтыр турнирҙа өсөнсө урын алғайным. Быйыл тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләр
күрһәтергә иҫәп тотам.
2-се гимназияның 5-се класс уҡыусыһы Радмир Бәширов:
- Шахмат - мауыҡтырғыс уйын. Уның менән биш йылдан ашыу шөғөлләнәм. Тренерым - Роберт Фәхретдинов, бөтә нимәне яҡшы, ентекле аңлата. Шахмат уҡыуға бер ҙә ҡамасауламай, киреһенсә, дөрөҫ йүнәлештә үҫешергә мөмкинлек бирә, фекерләүҙе нығыта. Бассейнға ла теләп йөрөйөм.
Шулай итеп, еңеүселәрҙең исемдәре асыҡланды: ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Самира Ишкинина алды, малайҙар араһында Руслан Баяновҡа етеүсе булманы, 16 йәштән өлкәнерәктәр араһында Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты Юлиә Ишкинина алдынғылыҡты бирмәне. 50-се башҡорт балалар баҡсаһынан иң йәш уйынсы Азамат Заһитовҡа «Аҡбуҙат» ойошмаһының махсус бүләге тапшырылды. Еңеүселәр дипломдар, миҙалдар, приздар менән бүләкләнде.