газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль , 11:16

Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте

Салауатҡа эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде.

Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте

Депутат әйтеүенсә, үҙенә ышаныс күрһәткән һайлаусыларға яҡыныраҡ булыу мөһим. Ул йәшлек йылдарының Салауатта үтеүен, бында туғандары, дуҫтары йәшәүен, ҡала уға сит булмауын билдәләргә лә онотманы.
Зариф Байғусҡаров тәүҙә ҡала хакимиәтендә йәмәғәтселәр менән осрашты, үҙе ҡатнашҡан закондарҙы әҙерләү һәм ҡабул итеү процессы тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. 
- Минең тәҡдимдәр, ысынлап та, иғтибар менән тыңлана. Мин башлап ебәргән закон проекттарының 90 проценты ошондай осрашыуҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, - тине Зариф Закир улы һәм һәр кешенең тормошона ҡағылышлы ҡабул ителгән яңы закондар менән таныштырҙы.

ҒАИЛӘЛӘРГӘ ЯҢЫ ТҮЛӘҮҘӘР
2026 йылдың 1 ғинуарынан 18 йәшкә тиклем ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға (бала көндөҙгөуҡыу формаһы буйынса белем алһа - 23 йәшкә тиклем) яңы түләүҙәр булдырылды.
- Ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе, эшләүсе һәм һалым түләүсе ата-әсәләр, әгәр уларҙың килеме төбәк йәшәү минимумынан 1,5-тән кәм булһа, үткән йыл өсөн түләнгән  13 процент һалымдың 7 процентын кире ҡайтара ала,- тине ул.
ХӘРБИ ХЕҘМӘТ ҮТЕҮ ОСОРО СТРАХОВКА СТАЖЫНА ИНДЕРЕЛӘ
- Ҡабул ителгән 419-сы федераль закон хәрби хеҙмәт үтеү осорон страховка стажына индереүҙе күҙ уңында тота. Махсус хәрби операцияла  хеҙмәт иткән бер йыл ике йылға иҫәпләнә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат.
ИРТӘРӘК ХАҠЛЫ ЯЛҒА СЫҒЫРҒА МӨМКИНЛЕК БИРӘ
- «Страховка пенсиялары тураһында» федераль закондың 12-се статьяһында страховка стажына һәр баланы йәш ярымға тиклем, әммә дөйөм алғанда алты йылдан артыҡ булмаған ҡарау осоро инә. Был страховка стажына дүрт баланы
ҡарау ғына инәсәк, тигәнде аңлата. Бишенсе һәм артабанғы балаларҙы ҡарау осоро страховка стажына инмәй. Әлеге закон буйынса, биш балалы әсә, 15 йыл страховка стажы булғанда, 50 йәштән хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы. Ә страховка стажы 15 йылға етмәһә, ул иртәрәк хаҡлы ялға сыға алмай. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрына страховка стажына бөтә балаларҙы ла ҡарау осорон иҫәпкә алырға кәрәклеген аңлатып, законға үҙгәрештәр  индерергә тәҡдим иттем. Министрҙан бындай үҙгәрештәр менән риза булыуы тураһында яуап алдым, закон проектын 1 ғинуарҙан ҡабул иттеләр, - тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты.

ЛЬГОТАЛЫ ҒАИЛӘ ИПОТЕКАҺЫН - ИКЕНСЕЛ ТОРЛАҠҠА
- Белеүегеҙсә, алты процентлы льготалы ғаилә ипотекаһын яңы торлаҡ өсөн генә файҙаланырға мөмкин. Тик бындай йорттарҙа торлаҡҡа хаҡтар үтә юғары. Төҙөлөш аҙ барған ҡалаларҙа был мөмкин дә түгел. Шуға беҙ льготалы ипотеканы
икенсел торлаҡҡа файҙалана алырҙай ҡалалар исемлеген төҙөнөк. Уға Салауат ҡалаһы ла ингән. Әммә уның мөһим шарты бар: бындай ипотекаға фатирҙы бөтә күп фатирлы  йорттарҙан да алып булмай, йорт төҙөлөүгә 20 йыл үтмәгән булырға һәм ул авариялы йорт, тип иҫәпләнмәҫкә тейеш, - тигән тағы бер яңылыҡ еткерҙе депутат.
ӨҪТӘМӘ ХЕҘМӘТТӘРҘЕ КӨСЛӨП ТАҠҠАН ӨСӨН - ШТРАФ
- Һатып алыусыларҙы намыҫһыҙ һатыусыларҙан һаҡлау өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙек. Хәҙер һатып алынған төп тауарҙан тыш, башҡа хеҙмәттәрҙе йәки тауарҙарҙы көсләп таҡҡан өсөн вазифалы кешеләргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 50 меңдән 100 мең һумға, предприятиеларға 200 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф янай, - тине Зариф Закир улы.
МАХСУС ХӘРБИ ОПЕРАЦИЯ ЯУГИРҘАРЫ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ
Депутат әйтеүенсә,махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың  ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Яугирҙарҙың шифахана-курорт дауаланыуы, унда барып ҡайтыуға юл хаҡын ҡаплау, льготалы шарттарҙа Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәр, фатир һатып алыу һәм башҡа ярҙам саралары ғәмәлдә ҡала.
Залда ултырыусыларҙан һорауҙар һәм тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Депутат уларҙы мотлаҡ эшкә аласағын һәм тикшерәсәген әйтте.

ЛАЙЫҠЛЫЛАРҒА - НАГРАДАЛАР
Зариф Байғусҡаров осрашыуға йомғаҡ яһап, Салауаттың уҙған йылда һөҙөмтәле эшләүен, ҡаланың үҫешеүен билдәләне, әүҙемдәргә наградалар  тапшырҙы. Ҡала Советы депутаты, Салауат индустриаль колледжы директоры урынбаҫары Гүзәл Сафина исемле сәғәткә лайыҡ булды. Ҡала Советы депутаты, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы, «Салауатинвест» йәмғиәте директоры Рөстәм Казаков һәм «Синдикат» гуманитар операциялар үҙәге етәксеһе Александр Бабаян рәхмәт хаттары менән  бүләкләнде.
АТАЙҘАР РОЛЕН КҮТӘРЕҮ ӨСӨН
Зариф Байғусҡаров «Ирҙәр ҡоро»н да уҙғарҙы. Ул бындай ойошмаларҙың йәмғиәттә атайҙар ролен күтәреү өсөн бик  мөһим икәнлеген билдәләне.
- «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы йәмғиәттә атайҙар, ирҙәр ролен үҫтереү маҡсатында булдырылды. Беҙ беренсе йыл ғына эшләмәйбеҙ, төрлө саралар уҙғарабыҙ, уларҙың күбеһе йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, төп тәрбиәне бала ғаиләлә ала. Атайҙарға улдары менән күберәк һөйләшергә, аралашырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, йәштәр күп мәғлүмәтте хәҙер интернеттан ала. Ә ундағы күп кәңәштәр төпһөҙ, файҙаһыҙ. Беҙгә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, башҡа хәрби конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был - беҙҙең бурыс. Ошо эшкә мотлаҡ йәштәрҙе, уҡыусыларҙы йәлеп итеү мөһим. Мәғариф министрына һәр класҡа бер нисә ҡәберлекте беркетергә тәҡдим иттем. Йылына бер тапҡыр булһа ла барып йыйыштырһалар, ҙур ғәмәл башҡарасаҡтар,- тине Зариф Закир улы.
«Ирҙәр ҡоро»ноң Салауаттағы бүлексәһенең рәйесе итеп бер тауыштан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алик Хәбибуллин һайланды. Депутат ойошмаға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
ТӨПЛӨ БЕЛЕМ - УҢЫШ НИГЕҘЕ
Артабан Зариф Байғусҡаров Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжына юлланды. Былтыр был уҡыу йортонда «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет»  федераль проекты сиктәрендә  Башҡортостан Республикаһында туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге»  кластеры булдырылды, учреждение яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡ программаһы буйынса 1-се корпуста һәм студенттарҙың дөйөм ятағында  капиталь ремонт эшләнде. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәләрен тикшереп, депутат студенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне, подрядсы ойошма менән аралашты, яңыртылған кластарҙы ҡараны. 

Зариф Закир улы колледжды 1997 йылдан алып етәкләгән Зөлфиә Ишембәтоваға рәхмәт  белдерҙе, мәғариф системаһы ошондай етәкселәр арҡаһында ныҡлы үҫешеүен билдәләне. Депутат студенттар менән
дә осрашты, үҙенең һөнәри юлы тураһында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, йәштәрҙең һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.

ЙӨҘЙӘШӘР ВЕТЕРАНҒА ИХТИРАМ
Зариф Байғусҡаров 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Антонович Пискаревты өйөнә барып ҡотланы, изге теләктәрен  еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Ә Владимир Антонович яуап итеп гитарала йыр башҡарҙы.
ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ - КЕСЕ ЙӘШТӘН
Зариф Закир улы 55-се балалар баҡсаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә  асылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса кабинетты ҡараны.
- Кешеләрҙең ғүмере күп осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе, үтәмәүе арҡаһында юл фажиғәләрендә өҙөлә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре бөтә балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә  ныҡлы өйрәнелергә тейеш,тип иҫәпләйем. Иртән уҡырға барғанда балалар тәғәйенләнмәгән урындарҙа  юлды йүгереп үтеп, күп йәрәхәттәр ала. Шуға күрә аҡсаларҙы артабан да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса кабинеттар булдырыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Салауатта был эш яҡшы ҡуйылған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зариф Байғусҡаров. Бүлмәлә өҫтәл уйындары, плакаттар, макеттар, магнит таҡталар, уйын ҡорамалдары урынлаштырылған. Балалар светофор макетын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, үҙҙәрен автомобиль водителе итеп хис итә, процесҡа тулыһынса инеп китә.
ҺӘР МӨРӘЖӘҒӘТ ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ
Депутат ҡала халҡын шәхси һорауҙары буйынса граждандарҙы ҡабул итергә лә өлгөрҙө. Һорауҙар төрлө ине. Уларҙың күбеһе махсус хәрби операция ветерандарына  ярҙам сараларына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағылды. Халыҡ һайланыусыһы  салауаттарҙың һорауҙарын контролгә алып, яҡын арала хәл итергә вәғәҙәләне.

Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Намыҫлы хеҙмәт - халыҡ хөрмәте
Автор: Дина Галеева
Читайте нас