Ул - махсус хәрби операция ветерены, генерал "Шайморатов миҙалы" менән бүләкләнгән. - МХО-ла, бында ла тәртип кәрәк, бер урында хәрбиҙәр менән эшләргә, ә икенсеһендә - урындағы халыҡ менән, - ти Шамил Сәғәҙи улы. Уның һүҙҙәренсә, хәрби тәжрибә идара итеү эшмәкәрлегендә бик файҙалы: ауыл советы башлығы булараҡ, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү, ярҙамсыл булыу һәм һәр ваҡыт кешеләр менән тура бәйләнештә ҡалыу бик мөһим. - Муниципаль эш ҡатмарлыраҡ: фронтта бар эшкәрлегең бойороҡто үтәүгә ҡайтып ҡала, ә бында урындағы халыҡҡа, ауыл халҡына команда биреп кенә ултырып булмай. Кешеләр менән уртаҡ тел табырға, кемделер өгөтләргә, кемгәлер аңлатырға кәрәк, был - бик ҙур айырма. Хәҙер хәрби хеҙмәткә алынған күп кенә балаларҙы шәхсән беләм, шуға күрә яугирҙар, уларҙың туғандары менән эшләү миңә махсус операцияла хеҙмәт итеү тәжрибәһе булмаған коллегаларыма ҡарағанда, күпкә еңелерәк, - тип билдәләне Шамил Нәҙербаев. #МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ