- Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңланым һәм шуны аңланым - беҙ, ысынлап та, бөтөнләй икенсе шарттарҙа йәшәйбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү алғы планда тора. Был - хәҙер төп бурысыбыҙ. Радий Хәбиров үҙенең сығышының күп өлөшөн махсус хәрби операция менән бәйле проблемаларға бағышланы, республика власының хәрбиҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул бөтә граждандарҙы әлеге ҡатмарлы шарттарҙа сыҙамлыҡ, намыҫлылыҡ һәм берҙәмлек күрһәтергә саҡырҙы, сөнки алда яңы иҡтисади саҡырыуҙар һәм пилотһыҙ һөжүмдәр ҡурҡынысы менән бәйле ауыр осор көтә. Пилотһыҙ аппараттарҙан һаҡланған предприятиелар исемлеге киңәйтелә. Әммә Радий Хәбиров, Башҡортостан, иҡтисадты үҫтереп, алға барыуын дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН - Радий Хәбировтың 2026 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезисы. Эшләргә, теләктәшлек күрһәтергә һәм үҙ бурыстарыбыҙға яуаплы ҡарарға кәрәк, сөнки берлектәге тырышлыҡ менән генә ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә алабыҙ.