Төбәк хөкүмәте аппаратының етәксеһе, вице-премьер Азамат Абдрахманов билдәләүенсә, Рәсәй президенты указына ярашлы, федераль методика буйынса муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлеге өс йыл эсендәге динамикала 11 күрһәткес
буйынса баһалана. Улар иҡтисади һәм социаль үҫеште, шулай уҡ халыҡтың урындағы властарҙан ҡәнәғәтлеген сағылдыра.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса иң юғары баһаны ҡала округтары араһында Стәрлетамаҡ, административ үҙәге ҡала булған райондар араһында Ишембай районы, ә ауыл райондары араһында Нуриман районы лидер булды.
«Йыл ҡаҙанышы» республика конкурсында өс төркөмдә биш номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде: ҡала округтары, административ үҙәге ҡала булған райондар һәм ауыл райондары.
- Икенсе методика - беҙҙең, төбәк методикаһы. Беҙ уны «Йыл ҡаҙанышы» тип атаныҡ. Баһалағанда социаль-демографик үҫеш, иҡтисади потенциал, властың асыҡлығы, хакимиәттең халыҡ менән диалогҡа әҙерлеге кеүек күп һанлы күрһәткестәр иҫәпкә алына, - тип аңлатты Радий Хәбиров.
«Тотороҡло иҡтисади үҫеш» номинацияһында ҡала округтары араһында - Салауат, райондар араһында Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы еңеүсе булды. «Һаулыҡ һәм демографик үҫеш» номинацияһында Өфө, Дәүләкән һәм Ҡариҙел райондары иң яҡшыһы тип танылды. «Социаль үҫеш» номинацияһында Күмертау, Бөрө һәм Бүздәк райондары дипломдарға лайыҡ булды. «Хәүефһеҙ һәм уңайлы территория» номинацияһында Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Баҡалы райондары еңеү яуланы.
«Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш» номинацияһында Октябрьский ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары дипломдар алды.
- Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән муниципалитет башлыҡтарын ҡотлайым. Һеҙ ауыр ваҡытта шундай әһәмиәтле күрһәткестәргә өлгәшәһегеҙ. Был йылдарҙа һеҙгә бик күп вәкәләттәр йөкмәтелә. Яуаплылыҡты уңышлы башҡарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Биләмәләрегеҙҙе артабан үҫтереүегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип ҡотланы Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.