газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 16:17

Ҙур үҫешкә нигеҙ

Салауатта ҡала хакимиәте башлығының беренсе йәштәр премияһы тапшырылды.

Ҙур үҫешкә нигеҙ
Ҙур үҫешкә нигеҙ

Конкурста 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 17 әүҙем һәм инициативалы йәштәр ҡатнашты. Ҡала етәкселәре һәм идаралыҡ начальниктары ингән  комиссия өс еңеүсене билдәләне.
Элина Антонова «Профессиональ эшмәкәрлек» номинацияһында «Йыл танылыуы» премияһы лауреаты булды. 33 йәшендә ул - 21-се мәктәп директоры. Санкт-Петербургта тыуған, әммә  белемде Салауатта алған, педагогия колледжын, һуңынан университет тамамлаған. Туғыҙ йыл 23-сө мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан 11-се мәктәптә директор урынбаҫарына тиклем үрләй. Уға ныҡышмалылығы һәм тырышлығы ярҙам итә.
- Уңышымдың сере шунда: ниндәйҙер мәғәнәһеҙ хыялдар һәм буш өмөттәр артынан ҡыуырға кәрәкмәй. Ваҡытты бушҡа әрәм итмәйенсә, ошонда һәм хәҙер үҫешергә кәрәк. Эштән, яуаплылыҡтан һәм тәнҡиттән ҡурҡырға ярамай, сөнки был - үҫеш нөктәһе, - тип һөйләне Элина Антонова.
« Иэтимағи-ирекмәнлек эшмәкәрлеге» номинацияһында 21-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Милана Яҡупова еңә. Ҡыҙ 2023 йылдан алып йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, йәштәр хакимиәтендә, йәштәр сәйәсәте лигаһында, «Беренселәр хәрәкәте»ндә һәм ирекмәндәр отрядтарында тора.
- Ошо хәрәкәттәрҙең барыһында ла мин үҙ ғаиләмде таптым. Шуның арҡаһында әүҙемерәк була башланым, төрлө ҡалаларға, форумдарға йөрөнөм һәм үҙемде һәр яҡлап тормошҡа ашырҙым, - тип уртаҡлашты Милана.
Премияның «Проект эшмә-кәрлеге» номинацияһында индустриаль колледждың йәмәғәт ойошмалары менән тәрбиә һәм үҙ-ара эш итеү буйынса етәксе кәңәшсеһе Александра Чухнина еңеүсе булды. Барыһы ла Евразияның Халыҡ-ара
йәштәр форумынан башлана, унда Александра үҙенең беренсе проектын - «Йәштәр мөхитендә вич-инфекцияны беренсел иҫкәртеү ирекмәндәре мәктәбе»н тәҡдим итә һәм еңеү яулай. Был уның өсөн ҙур стимул була. Бөгөнгө көндә Александра Чухнина - «Росмолодежь. Гранттар» конкурсыныңдүрт тапҡыр еңеүсеһе. Хакимиәт башлығының «Йыл танылыуы» премияһының өс еңеүсеһе үҙ идеяларын үҫтереүгә 50 мең һум күләмендә сертификат алды. Марат Зәһиҙуллин наградаларҙы шәхсән үҙе тапшырҙы.
- Йәштәр - беҙҙең киләсәк. Әгәр бөгөн беҙ йәштәрҙе тәрбиәләмәһәк, Салауатҡа ҡарата һөйөү уятмаһаҡ, улар башҡа ерҙәргә китәсәк. Шуға күрә  уларға тыуған ҡалаларында уңайлы булһын, уларҙы яратыуҙарын һәм ҡәҙерләүҙәрен тойһон өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Конкурс тәүгә үтте, ни бары өс еңеүсе, әммә был яҡшы йолаға әүерелер, тип уйлайым, һәм беҙ был грантты йыл һайын иғлан итәсәкбеҙ һәм киңәйтәсәкбеҙ, - тине мэр.

Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас