газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 10:57

Белем, университет, эш - берҙәм система

28 ғинуарҙа Өфөлә «Кесе Ватан - Рәсәй Көсө» III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы башлана. Сарала Салауат ҡалаһының 1-се лицейы базаһында тормошҡа ашырылған «Мәктәп - юғары уҡыу йорто - предприятиеның үҙ-ара эш итеү сиктәрендә инженерлыҡ белеме биреү» проекты тәҡдим ителәсәк, уның төп маҡсаты - белем биреү учреждениеларының һәм «Газпром нефтехим Салауат»предприятиеһы үҙ-ара хеҙмәттәшлеге аша квалификациялы кадрҙар әҙерләү.

Белем, университет, эш - берҙәм система
Белем, университет, эш - берҙәм система

1-се лицей - ҡаланың алдынғы белем биреү ойошмаларының береһе. Ул Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бында уҡытыу өс йүнәлеш буйынса бара: инженер, тәбиғи-ғилми һәм социаль-иҡтисади. 2019 йылдан лицей Рәсәй машиналар эшләүселәр союзының уҡыусыларҙы тармаҡ предприятиеларында йәки һауа-космос оборонаһы ғәскәрҙәрендә артабан эшләү һәм хеҙмәт итеү өсөн илдең техник һәм хәрби юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә әҙерләү мәсьәләләре буйынса ассоциацияланған мәктәбе булып тора. Ә 2024 йылдан - нефть техник университетының универсарийы алды, шуның арҡаһында лицей яңы ҡорамалдар ала, мәҫәлән, квадрокоптерҙар, физика буйынса һанлы лабораториялар.
2024 йылда параллель рәүештә уҡыу процесына «Мәктәп - юғары уҡыу йорто - предприятие үҙ-ара эш итеү сиктәрендә инженерлыҡ белеме биреү» практикаһы индерелә, ул универсарий алды проектының үҙенсәлекле дауамы булып тора, башланғыс мәктәптән предприятиелар өсөн белгестәр әҙерләү системаһын төҙөргә мөмкинлек бирә.
Лицейҙың Өфө нефть-дәүләт техник университеты менән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар, практик-йүнәлеш алыу курстары, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыла, был уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлеген бирә.
Оҫталыҡ дәрестәрен һәм экскурсияларҙы ҡаланың «Газпром» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Бынан тыш, лицейҙы тамамлаусылар һәм университеты студенттары производство практикаһын предприятела үтә ала. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы лицейға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Проекттың тағы ла бер мөһим өлөшө бар - ул тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу.
- Мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм предприятиеның үҙ-ара хеҙмәттәшлеге башланғыс кластарҙан уҡ башлана: дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендә беҙ балаларҙа теүәл фәндәргә ынтылышты үҫтерә башлайбыҙ. Һуңынан төп дөйөм белем кимәлендә (5 -9 кластар) балалар математика һәм физика кеүек теүәл предметтарҙы тәрән өйрәнеү кластарына индивидуаль һайлап алына. Ә 10 - 11 кластарҙа профилле инженер кластарын асабыҙ, -тип һөйләй 1-се лицей директоры Эльвира Абдуллина.
Был проектты тормошҡа ашырыу инженерлыҡ белеме биреү системаһын модернизациялауға ҙур өлөш индерә - һуңғы бер нисә йылда лицейҙа инженерлыҡ йүнәлешен һайлаған уҡыусылар һаны 55 процентҡа, техник вуздарға уҡырға инеүселәр һаны 19 процентҡа артҡан. Ә ҡала предприятиеларына эшкә урынлаштырылған юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар 10 процентҡа күбәйгән.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас