«Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илгиз Кәримов уҙған йылда ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләп уҙҙы.
- Былтыр байтаҡ ҡына эштәр эшләнде, ҡала кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнаштыҡ, шахмат турниры, төрлө байрамдарға арнап кисәләр үткәрҙек. Әйтәйек, Туған телдәр, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө, Милли кейем көнө, Ҡурай көнө һәм башҡалар. Бергәләп ойоштороп ебәргән «Күстәнәсле ритайым» ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Киләсәктә лә уны дауам итергә тырышырға кәрәк. Шул сара ярҙамында ойошмабыҙ яңы кешеләр менән тулыланды.
Киләсәк быуынды милли йолаларыбыҙ, уйындарыбыҙ менән таныштырыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында йыл да яланға «Ҡарға бутҡаһы»на сығабыҙ. Ул шул тиклем танылыу алды, хатта хәҙер уға беҙҙең ҡала халҡы ғына түгел, ә башҡа райондарҙан да кешеләр теләп ҡушыла. Башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен өйрәтеү маҡсатында былтыр 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә асылған «Толпар» балалар ижади берекмәһенең асылыуын төп эштәребеҙҙең
береһе, тип һанайым. Гимназия директоры Ильвира Фәхретдинова был тәҡдимебеҙҙе бик хупланы. Иң мөһиме, балаларға оҡшай. Уҡытыусылары Рәсимә Дәминева әйтеүенсә, балаларҙа алға китеш, үҫеш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ бар. Алдағы йылдарҙа ла бөтә ошо башланған эштәрҙе дауам итеп, телебеҙҙе, мәҙәниә- тебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән үҙ өлөшөбөҙҙө индереү ниәтебеҙ, - тине Илгиз Рәхим улы.
Артабан һөйләшеү йылы сәй табыны артында дауам итте. Башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн «Аҡбуҙат» ойошмаһының бер төркөм ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкте һәр ҡайһыһы «Халыҡма хеҙмәт итәм!» тигән ғорур һүҙҙәр менән ҡабул итеп алды.