Ошо программа сиктәрендә Өфө урамындағы 64-се йортонда ла эҫе, һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу системалары капиталь ремонтланды.
Эштәрҙе «Бургеоинжениринг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы башҡара.
- Беҙҙең ойошма Өфө урамындағы 64-се йортта капиталь ремонт үткәреүгә тендерҙа еңеп сыҡты. Бында һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу системаһы коммуникацияларын, шул иҫәптә фатирҙарҙағы, подвалдағы һалҡын һәм эҫе һыу торбаларын алмаштырыу талап ителә ине. Иҫкергән металл торбаларҙы заманса полипропиленға алмаштырҙыҡ. Эштәр ваҡытында башҡарылды. Иң мөһиме, йортта йәшәүселәр һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт, ә был - беҙҙең эшкә иң юғары баһа. Объектты идара итеүсе компания, ҡала хакимиәте, техник күҙәтеү һәм башҡа контроль органдар вәкилдәренән торған комиссия ҡабул итте, бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр булманы, - ти ойошма мастеры Рәил Хәбибуллин.
Ошо йортта йәшәүсе Гөлшат Яушева йорттарында был эштәрҙең башҡарылыуына бик шат.
- Йорт иҫке булғанлыҡтан, элекке торбалар ныҡ туҙғайны. Подрядсылар эштәрен шул тиклем юғары кимәлдә башҡарҙы. Беренсенән, тиҙ эшләнеләр, тотҡарлыҡтар булманы, икенсенән, бөтә нимә юғары кимәлдә башҡарылды, бер ниндәй етешһеҙлектәр ҙә юҡ, өсөнсөнән, бөтә сүп-сарҙы шунда уҡ сығарып барҙылар, улар өйөлөп, туҙышып ятманы, хатта бында ремонт барғаны ла һиҙелмәне, тиерлек. Йортта йәшәүселәр бер ниндәй уңайһыҙлыҡтар кисермәне, - тип һөйләй ул.
Был йортто «Урал торлаҡ сервисы» йәмғиәте хеҙмәтләндерә.
- Әлеге йортта «БР Төбәк операторы» фонды тарафынан һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу системаларына капиталь ремонт үткәрелде. Эштәр фатир хужалары ай һайын капиталь ремонтҡа түләгән аҡсалар иҫәбенә башҡарылды. Беҙҙең йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре эштәр процесын даими контролдә тотто. Шуныһы мөһим, инженер селтәрҙәрен алмаштырыу менән йортто хеҙмәтләндереү сифаты ла үҙгәрҙе: йәшәүселәрҙән дәғүәләр менән ғаризалар һаны кәмене, иретеп йәбештереү эштәренә ихтыяж юҡҡа сыҡты. Беҙҙең предприятие ун һигеҙ күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Капиталь ремонт сиктәрендә башҡа йорттарҙа ла киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе дауам итәбеҙ. Әле милекселәрҙең дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса протоколдарҙы «Төбәк операторы»на ебәрҙек, ремонтҡа мохтаж йорттарҙы капиталь ремонт программаһына индереүҙәрен көтәбеҙ. Әгәр мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, Нефтселәр проспекы, 13 һәм Октябрь урамы, 13 адресы буйынса йорттарҙа ҡыйыҡ ремонтланасаҡ, шулай уҡ Өфө, урамы 66 һәм Октябрь урамы, 17а йорттарында электр тәьминәте системалары алмаштырыласаҡ. Был йорттарҙа йәшәүселәр ҙә тиҙҙән уңайлыҡтар тойор, тип ышанам, - тип һөйләй «Урал торлаҡ сервисы» йәмғиәте директоры Наталья Алексеева.