Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Март , 17:35

Ир бала - йортҡа терәк, ҡыҙ бала - йортҡа биҙәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән республикабыҙҙың 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Улар иҫәбендә - Салауаттан алты бала тәрбиәләүсе әсәй Лилиә Хәлитова.

Ир бала - йортҡа терәк, ҡыҙ бала - йортҡа биҙәк
Ир бала - йортҡа терәк, ҡыҙ бала - йортҡа биҙәк

Лилиә Хәлитова Федоровка районының Балыҡлы, уның тормош иптәше Радмир Яуыш ауылынан.

- Мин Яуышҡа туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым, шунда Радмир менән таныштыҡ. Һуңынан ул армияға китте һәм бәйләнеш өҙөлдө. Ваҡыт үтеү менән Салауатта осраҡлы ғына юлдар киҫелеште һәм аралаша башланыҡ, - тип хәтерләй Лилиә. - Яңы 2011 йыл алдынан 30 декабрҙә никахлаштыҡ. Шул ваҡыттан алып 13 йыл бергә бәхетле йәшәйбеҙ.

Лилиә һәм Радмир Салауатҡа алты йыл элек Федоровка районының Үрге Яуыш ауылынан күсеп килә. Улар балаларын тап беҙҙең ҡалала үҫтерергә теләй.

Ғаиләлә нисә бала үҫә, улар нимә менән шөғөлләнә, атай һәм әсәй ҡайҙа эшләй, ҡыҙҙарын һәм улдарын нисек тәрбиәләйҙәр - быларҙың барыһы хаҡында ла "Салауат" гәзитенең 28 мартта сығасаҡ һанында уҡып белерһегеҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: