газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
14 Март , 15:40

Халыҡ көнкүрешенә ҡағылған мөһим һорауҙар ҡаралды

Ҡалала «Управдом» форумдарын үткәреү яҡшы йолаға әүерелде һәм ул торлаҡ-коммуналь тармаҡтың, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙең мөһим мәсьәләләрен ҡарау мөмкинлеген бирә.

Халыҡ көнкүрешенә ҡағылған мөһим һорауҙар ҡаралды
Халыҡ көнкүрешенә ҡағылған мөһим һорауҙар ҡаралды

Сираттағы осрашыу «Башҡортостандың көньяғы» бизнес-үҙәгендә үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов билдәләүенсә, «Управдом» форумы, һис шикһеҙ, файҙалы, ул күп фатирлы йорттар менән һөҙөмтәле идара итеүгә ярҙам итә.


- Форум халыҡ менән бергә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларын, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшереү, бергәләп хәл итеү юлдарын табыу, киләсәккә пландар төҙөү маҡсатында уҙғарыла. Салауат ҡалаһы йәшәйешендә әүҙем ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Был ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Үҙ-ара эш итмәйенсә, дөйөм эшһеҙ һөҙөмтәгә өлгәшеү ауыр. Һис шикһеҙ, беҙ һәр ваҡыт халыҡтың фекерен ишетергә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын ҡарарға тейеш, - тип билдәләне Альберт Моталов.


Салауатта 1 025 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. 29 идара итеү ойошма, 2 торлаҡ милекселәре ширҡәте, 1 торлаҡ кооперативы эшләй. АСТ йәмғиәте, «Салауат һыу каналы» предприятиеһы, «Газпром газ бүлеү Өфө», «БашРТС Стәрлетамаҡ» ойошмалары халыҡҡа коммуналь хеҙмәттәр күрһәтә.
- 2024 йылда Салауатта республика программаһы сиктәрендә 148 миллион һумдан ашыу суммаға 21 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарылған, алтауһында - йомшаҡ ҡыйыҡ, бишәүһендә - ҡаты ҡыйыҡ, тағы бишәүҙә - сарлаҡ менән бергә ҡыйыҡ, икәүһендә - һыу менән тәьмин итеү системаһы, өсәүһендә электр менән тәьмин итеү системаһы ремонтланған, - тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Азамат Хәсәнов.


Салауат йыл һайын «Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсында ҡатнаша. 2024 йылда беҙҙең ҡаланан ике ғариза бирелгән һәм конкурста «Ҡала округының иң яҡшы күп фатирлы йорто» номинацияһында беренсе урынды Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 18-се йорт алды. Бының өсөн 750 мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған, уны милекселәр йортто, йорт яны биләмәләрен артабан төҙөкләндереүгә йүнәлтә ала.


«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 3 км 730 м булған 150 миллион һумдан ашыу суммаға Октябрь, Ленин, Нуриманов, Ленинград урамдарында 4 юл участкаһын ремонтлау буйынса эштәр башҡарылды. Ошо уҡ проект сиктәрендә Беренсе май һәм Төҙөүселәр урамдары киҫелешендә светофор объекты яңыртыла, 4 светофор ремонтлана һәм 2 светофор объектында контролерҙар алмаштырыла. 2024 йылда территориаль заказ сиктәрендә Вәлиди проспектында Рәсәй урамынан Салауат ҡалаһының көньяҡ сигенә тиклем 1 км 700 метр оҙонлоҡтағы юл ремонтлана. Майҙаны 1133 квадрат метрлыҡ квартал эсе юлдары рәткә килтерелә.


2024 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһында ике ихата биләмәһе ҡатнашты: Бекетов урамындағы 10-сы, 12-се, 14-се йорттарҙың ихата биләмәһе төҙөкләндерелде, был маҡсатҡа 25 миллион һум йүнәлтелгән, һәм Калинин урамындағы 18-се, 20-се, 22-се, 24-се, 26-сы, Ленин урамы, 64-сы йорт алдарын төҙөкләндереүгә 49 миллион һум бүленгән.


Салауат ҡалаһының яҡтыртылған урамдарының дөйөм оҙонлоғо 164 км, яҡтыртҡыстар һаны - 7 678 дана, бағаналар - 6 529. 2023-2024 йылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә квартал эсендә 70 бағана һәм 172 яҡтыртҡыс ҡуйылған.


Хакимиәт башлығы урынбаҫары Азамат Хәсәнов билдәләүенсә, йылытыу осорона әҙерлекте баһалау ҡағиҙәләре үҙгәртелгән, 1 марттан улар күпкә ҡәтғиләштерелә.


«Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы» фондының көньяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Сергей Левкин ун йыл эсендә республикала, Салауатта капиталь ремонтлау буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырғандан һуң, республикала капиталь ремонт өсөн тарифтарҙы арттырыу мөмкинлеген тикшереүҙәрен иғлан итте.


- 2022 йылдан алып был сумма артмаған, 6 ҡатлы йорттар өсөн айына квадрат метр өсөн 7,46 һум, 6 ҡаттан юғарыраҡ йорттар өсөн айына 8,10 һум. Әммә инфляция, хаҡтарҙың артыуы эштәрҙең күләменә йоғонто яһай, шуға күрә мөмкин тиклем күберәк эш башҡарыу өсөн тарифты арттырыу ҡарала, 6 ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн капиталь ремонтҡа 12,5 һумға тиклем, 6 ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн 13,2 һумға тиклем яңы тариф билдәләнер тип күҙаллана, - тине Сергей Левкин.


Форум эшендә ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡала советы депутаттары, идара итеүсе компаниялар, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре, йорт комитеттары рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты.
Салауат ҡалаһы буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге рәйесе Татьяна Печенкина халыҡ һәр «Управдом» форумында бирелгән һорауҙарға яуап алырға, ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүен белергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Салауат ҡалаһы күп фатирлы йорттары милекселәр советы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Наталья Опятюк сүп-сарҙы айырым йыйыу, капиталь ремонт, газ, электр өсөн түләү документы, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, провайдерҙарҙың подъездағы кабелдәрен тәртипкә килтереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Йыйылыусылар билдәләүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләр әле күп һәм уларҙы дөйөм тырышлыҡ менән хәл итергә мөмкин.


Эшлекле осрашыуҙа Ленинград урамындағы 83-сө йорт советы рәйесе Сергей Сурков, КПСС 21-се съезы урамындағы 112-се йорт советы рәйесе Галина Педаш, Островский урамындағы 4-се йорт советы рәйесе Алексей Антошкин әүҙем тормош позицияһы, уңайлы йәшәү һорауҙарын хәл итеүҙә тырышлыҡ күрһәткәне өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: