газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март , 13:10

Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Килешәһегеҙме? Тәрбиә, йолалар, донъяға ҡараш һәм башҡа төшөнсәләр тапғаиләнән баш ала. Ата-әсәгә ҡарап бала донъяны танып-белергә өйрәнә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, ерен, иленяратырға өйрәнә. Милләттәштәребеҙ араһында ошондай ҡиммәттәргә таянып донъя ҡорғандар бихисап. Быны«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсы ла дәлилләп килә.

Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы

Быйыл конкурс, ғәҙәттәгесә, 1 март Башҡорт ғаиләһе һәм «Етегән - ғаилә һәм мөхәббәт» республика байрамы сиктәрендә уҙҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһына бөтә этаптарҙы үтеп, Башҡортостандың ҡала-райондарынан, шулай уҡ Ырымбурҙан финалға сыҡҡан 14 ғаилә йыйылды. Ошонда бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде. Жюри ҡатнашыусыларҙы «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинациялары буйынса баһаланы.


Алдан яҙып үтеүебеҙсә, Салауат ҡалаһынан был конкурста Иҙрисовтар ғаиләһе ҡатнашты. Улар бәйгенең зона этабында «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинацияһы еңеүсе булғайны. Финалда салауаттар «Илһөйәр ғаилә» номинацияһының махсус призына лайыҡ булды.


- Был сарала балаларыбыҙ менән ҡатнашыу бәхете тейеүенә бик шатбыҙ. Байрамдың ҙур кимәлдә үтеүе, талантлы йырсылар, шәп бейеүселәрҙең сағыу сығыштары, абруйлы ҡунаҡтарҙың әйткән фәһемле һүҙҙәре бик оҡшаны. Төрлө райондарҙан килгән ғаиләләр менән таныштым, улар менән артабан да бәйләнештә булып, һөйләшеп торорға булдыҡ. Милли күлдәктәр кейеп йүгереп йөрөгән бәләкәй генә малай-ҡыҙҙарға ҡарап күҙҙәр, күңел ҡыуанды. Байрамдан ҡыҙҙарым бик шатланып ҡайтты, ойоштороусыларға бүләктәр өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тип һөйләй Юлиә Иҙрисова.


Юлиә конкурсҡа ҡыҙҙары Индира һәм Ильвина менән өсәүләп төшкән видеоһын ебәрә. Ғаилә башлығы Илнур Фәнүр улы махсус хәрби операция башланған беренсе көндәрҙән алғы һыҙыҡта. Ә инде бәйгегә әҙерләнергә Иҙрисовтарҙың ҡыҙҙары бәләкәй сағында йөрөгән 55-се балалар баҡсаһы коллективы ярҙам иткән.


- Беҙҙең балалар баҡсаһында туған телдә уҡытыу буйынса төркөм һәм параллель рәүештә башҡорт ҡунаҡханаһы асылғас, Иҙрисовтар үҙҙәренең 13 быуынға тиклем төҙөлгән шәжәрәһен килтергәйне. Был конкурс тураһында белгәс, тиҙ генә Юлиә менән бәйләнешкә сығып, ошо шәжәрә нигеҙендә видео төшөрөп, ҡатнашырға тәҡдим иттек. Сценарий яҙыу, костюмдар табыу, видео төшөрөүҙе Иҙрисовтар менән бергә, һәр нәмәне һөйләшеп алып барҙыҡ. 1 мартта Стәрлетамаҡта бәйгенең тантаналы ябыу өлөшөндә лә беҙ тамаша залында булдыҡ. Салауатта ошондай башҡорт булыуы ғорурланырлыҡ. Бындай байрамдар рухты күтәрә, артабан дәртләнеп эшләргә көс бирә. Беҙ, өлкәндәр, балаларыбыҙға башҡорт мәҙәниәтен, телен, тыуған илгә һөйөүҙе бала саҡтан уҡ тәрбиәләргә тейеш, - тип 55-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Исламова.


Әйткәндәй, 55-се балалар баҡсаһы коллективының киләһе йылда ла «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында ҡатнашыу өсөн шәп уйы бар.


- Ағас тамыры, кеше нәҫеле менән көслө, ти халыҡ мәҡәле. Шуға беҙ ҙә балаларыбыҙҙың бәләкәй саҡтарынан уҡ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы белеп үҫһендәр тип тырышабыҙ. Уларға аталары, үҙемдең яҡлап та шәжәрәне өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Яҡындар менән осрашыуҙар, олатай- -өләсәйҙәргә ярҙам итеү, хәлдәрен белеү ҙә туғанлыҡ ептәрен нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Үҙебеҙҙең видеороликта ла шуны күрһәтергә тырыштыҡ, - тип һүҙен йомғаҡланы Юлиә Иҙрисова.

 

Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Илһөйәр ғаилә - ныҡлы һәм ышаныслы
Автор:
Читайте нас: