- Ҡатыным Гөлсөм менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Икебеҙ ҙә биш балалы ғаиләлә тәрбиәләндек. Шуға күрә үҙебеҙҙең ғаиләлә һәр баланың донъяға килеүе - шатлыҡ, һәр ҡайһыһының үҙ ризығы. Ишле ғаиләлә бер туғандар бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп йәшәй, улар менән йортта бәхет, ҡот арта. Оло улыбыҙ Мөхәмәт 2-се кадет мәктәбендә уҡый, уртансыһы Имран һәм кесе ҡыҙыбыҙ Ләйлә балалар баҡсаһына йөрөй. Көс күберәк әлегә өлкәненә төшә, ул беҙгә лә ярҙам итә, һеңлеләрен дә ҡарай. Һуңынан, үҫә төшкәс уртансыһы булыша башлар. Күп ғаиләләргә тейешле бөтә льготаларҙан файҙаланабыҙ. Бына әле торлаҡ алыуға сертификат тапшырҙылар, быға шатбыҙ, - тип уртаҡлаша ғаилә башлығы Рамаҙан Ережапов.
Ковтуцкиҙар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә.
- Ғаиләбеҙҙә өс малай һәм бер ҡыҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Полинаға туғыҙ йәш, уртансы улыбыҙ Константинға - ете, Владиславҡа - биш, Станиславҡа дүрт йәш. Күп ғаиләле булыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Бының өсөн ни тиклем тырышлыҡ, түҙемлек талап ителеүен ата-әсә үҙе генә аңлайҙыр. Әммә балалар шатлығы, уларҙың уңышы бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара. Балаларҙың йәш араһы ҙур түгел, шуға улар тиҫтерҙәр, дуҫтар кеүек
үҫә. Тормош иптәшем Олег - беҙҙе туйындырыусы, тәьмин итеүсе. Сабыйҙарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарыу өсөн тағы ла күберәк көс кәрәк буласаҡ. Бөгөн сертификат алып ҡыуандыҡ. Алдағы
көндәрҙә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн был шәп мөмкинлек, - ти әсәйҙәре Евгения.