Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этаптары башланды. Салауат быйыл өсөнсөгә был конкурстың зона үҙәге итеп билдәләнде.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы Башҡортостанда башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы һәм үҫтереүсе өлгөлө ғаиләләрҙе билдәләү маҡсатында ойошторола. Салауат ҡалаһында уҙған зона этабында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Миәкә, Ғафури, Бишбүләк райондарынан ғаиләләр ҡатнаша. Улар өс номинация «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә йолалары һәм ҡимммәттәре» буйынса һынау тота. Конкурста ҡатнашыусылар рухлы, маҡсатлы, өлгөлө булыуҙарын, туған телде, башҡорт мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн янып йәшәүҙәрен сағылдырырған өс минутлыҡ видеороликтар әҙерләп ебәрә.
Конкурстың зона этабында беҙҙең ҡаланан өс ғаилә: «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында Тоҡомбәтовтар һәм Иҙрисовтар, «Ғаилә ижады» номинацияһында Уразаевтар ҡатнаша.
Ырыҫлы, ҡотло, бәхетле улар
Рөстәм һәм Гөлгөнә Тоҡомбәтовтар талантлы, рухлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең береһе. Улар 17 йыл бергә тормош көтә, Рәсил, Әҙил улдары һәм Риана исемле ҡыҙ үҫтерә. Ғаилә башлығы Рөстәм Хәйбулла улы хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, тормош иптәше Гөлгөнә Юнир ҡыҙы 50-се башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Улдары ҡаланың 7-се мәктәбендә белем ала, ошонда уҡ баян түңәрәгенә йөрөп, башҡорт йырҙарын, бейеү көйҙәрен уйнарға өйрәнә. Ололары Рәсил быйыл башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашып, еңеү яулай, Әҙил улдары төрлө шиғырҙар конкурсында ҡатнашырға әүәҫ. Төпсәктәре Риана әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ғаилә балаларын халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, рухи тәрбиә бирергә тырышалар, үҙ-ара туған телдә аралашалар. Тоҡомбәтовтар бар ерҙә лә актив, бигерәк тә спортты үҙ итә улар. “Ғаиләбеҙ менән бергәләп тәүге тыпҡыр һынау тотоуыбыҙ, бер аҙ ҡурҡытып тора, шулай ҙа күмәкләшеп булдырырбыҙ, тип ышанабыҙ”, - ти Тоҡомбәтовтар.
Ижад - уларҙың уң ҡанаты
Ҡаланың өлгөлө алырлыҡ ғаиләләренең береһе - Уразаевтар. Уларҙы Салауаттың ижади ғаиләләренең береһе тип атарға була. Балаларына өлгө булып торған Рәйлә Зубхангул ҡыҙы ғүмер буйы йыр-моң менән дуҫ. Сәнғәткә булған һөйөү уға ата-әсәһенән күскән, улар ҙа заманында шәп йырсылар булған. Ике ҡыҙы Резеда менән Регина ла ата-әсәһенең талантын алып, йырлай, кәрәк икән бейеп ебәрә. Матурлыҡты күрә белеү һәләте уларҙы үҙҙәренең ательеһын асып ебәреүгә этәргес була. Регинаның тормош иптәше урыҫ милләтенән булһа ла, ҡәйнәһе өйрәтеүе буйынса ҡумыҙҙа сиртергә өйрәнгән. Ә инде уларҙың улдары 25-се башҡорт гимназияһында белем алыусы улдары Богданды белмәгән кеше юҡтыр. Богдан “Төрлө кешеләр” вокаль түңәрәгенә йөрөй һәм ҡалалағы бер мәҙәни саранан ситтә ҡалмай. Уның дәртле итеп башҡортса йырлауын тамашасы һәр ваҡыт көслө алҡыштарға күмә.
Илһөйәр һәм телһөйәр ғаилә
Иҙрисовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 10 йыл, улар бынамын тигән ике сибәр ҡыҙ үҫтерә. Илнур менән Юлиә балаларының фекерле, һәләтле, тырыш, үҙ ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтте, сәнғәтте, телде һөйөүсе шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көстәрен һала. 10 йәшлек Индира һәм 8 йәшлек Ильвина 23-сө мәктәптә белем ала. Әсәләре Юлиә йорт усағын һаҡлаусы, уның тәмле итеп бешергән сәк-сәктәре телде йоторлоҡ. Ғаилә башлығы Илнур Фәнур улы махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта. Иҙрисовтар ғаиләһе олоно оло, кесене кесе итеп йәшәй, ҡыҙҙар яңыраҡ әсәләре менән ун ике быуынға тиклем шәжәрә ағасын эшләгән. “Олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйебеҙ беҙҙә тәрбиәләгән сифаттарҙы үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙға тапшырырға, улар менән бергә үҫергә, алға ынтылырға тырышабыҙ. Тел киләсәге - балалар ҡулында. Ә ғаилә нигеҙе - бер-береңде аңлап татыу йәшәүҙә”, - ти Юлиә Иҙрисова.
Конкурс шарттары буйынса республика этабына зона үҙәгенән һәр номинацияла беренсе урын алған ғаилә ебәрелә. Салауаттың өлгөлө ғаиләләренә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Гөлиә Нуриманова.
Фото ғаиләләрҙең шәхси архивтарынан.