Римма Ҡотлобирҙина был акцияға бик теләп килгән, бындай тар белгестәргә эләгеү ҙур уңыш, ти ул.
- Марафондың рекламаһын күреү менән шунда уҡ бында килеү идеяһы менән янып киттем. Әле йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тикшерттем. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы, әммә бер аҙ тахикардия бар, тиҙәр. Флеболог менән кәңәшләшеү сиратын көтәм. Бындай тар белгестәргә консультацияға эләгеү - уникаль мөмкинлек, - тип уртаҡлаша ҡатын.
«Норис» клиникаһы «Изгелек марафоны» проектын уҙған йылдың авгусынан алып тормошҡа ашыра. Стәрлетамаҡ табиптары Башҡортостандың 24 ҡалаһын һәм районын урап үтәсәк, тип күҙаллана.
- «Изгелек марафоны» - республика башлығы башланғысы аҫтында үткәрелгән грант конкурсында еңеүсе социаль проект. Проект һигеҙ айға иҫәпләнгән. Августан республика ҡалалары буйлап йөрөй башланыҡ, консультацияларыбыҙ мартҡа тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ табиптар һәм белгестәр бригадаһы менән ай һайын өсәр ҡала буйлап йөрөйбөҙ, - тип һөйләй «Норис» компанияһы төркөмөнөң генераль директоры урынбаҫары Лилиана Сираева.
Грантты тормошҡа ашырыу сиктәрендә тар белгестәрҙең тикшеренеүҙәре һәм консультациялары үткәрелә. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай ярҙам итеүгә иҫәпләнгән. Әммә, ысынында, теләгән һәр кемгә консультация бирәләр.
- Бөгөн беҙҙә флеболог ҡабул итә, ул УЗИ аппаратында тикшереү үткәрә. Ҡан тамырҙарының торошон ҡарай һәм шунда уҡ тәҡдимдәр бирә. “Ангио-Скан” аппаратында белгестәр ҡан тамырҙарының стеналарын үлсәй һәм уларҙың ниндәй хәлдә булыуын асыҡлай, йәғни пациенттар ҡан тамырҙарының биологик йәшен, уларҙың ни тиклем ҡартайыуын йәки, киреһенсә, ни тиклем әүҙем булыуын шунда уҡ билдәләй ала. Бөгөн терапевт консультация үткәрә, һорауҙарға яуап бирә. Шулай уҡ трихология буйынса белгес менән һөйләшергә мөмкин. Үҙенең аппаратында ул сәс һәм баш тиреһенең торошон тикшерә, һауыҡтырыу буйынса тәҡдимдәр бирә, - тип дауам итә Лилиана Сираева.
Салауат медицина колледжының өсөнсө курс студенты Алина Насибулина тап трихолог белгесенә күренер өсөн килгән:
- Минең күптән трихологтан консультация алыу теләге бар ине. Атопик дерматит арҡаһында сәсемдең үҫеше менән проблемалар бар. Бөгөн миңә витаминдар етешмәүен асыҡлау өсөн лаборатория тикшеренеүҙәре планы төҙөлдө, препараттар тәғәйенләнде, шампунь һайлап алыу буйынса ентекле консультация бирҙеләр. Бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым, - тине ул.
Клиника өс йыл тиерлек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен бушлай ҡабул итә. Был тәжрибә дауалау һәм реабилитация программаларын һайлап алыу мөмкинлеген бирә. Яраланғандан һәм контузиянан һуң һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырыу тәжрибәһе етерлек.
«Изгелек марафоны» - табиптарҙың ҡабул итеүе генә түгел, бында мәҙәни программа ла ҡаралған. «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә Стәрлетамаҡтың «Павильон» төркөмө Салауат халҡы өсөн концерт бирҙе.
Гөлиә Нуриманова.