Бындай иҫәптәр менән эш өсөн хаҡы төҙөлөш тамамланғас ҡына күсерелә, был иһә подрядты намыҫлы башҡарыуҙы тәьмин итә.
Әлеге ваҡытта йорт һатып алыу йәки уны реконструкциялау өсөн әсәлек капиталын файҙаланған ғаиләләрҙең дөйөм һаны 9,5 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө бының өсөн кредит алмаған, тип хәбәр иттеләр Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.
2025 йылдың февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 690 мең һумдан ашыу, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға 912 мең һумдан күберәк була.
Торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуҙан тыш, әсәлек капиталын уҡыуға түләү, әсә пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн йүнәлтергә рөхсәт ителә. Килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр икенсе балаға өс йәше тулғансы әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштерергә мөмкин.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.