* Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.
* Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.
* Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.
* Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.
* 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.
* Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.
* ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.
* Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.
* Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.
Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?
* Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға
* Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға
* Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә
* Боҙға хайуандар менән сығырға
* Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға
* Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.
https://vk.com/wall-210976796_3435