газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 17:10

Банк ҡушымталарын мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға

Банктарҙың мобиль ҡушымталарын ҡулланыу уңайлы, әммә улар хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Ҡушымталарҙы нисек һаҡларға – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы белгестәре аңлата.

Банк ҡушымталарын мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға
Банк ҡушымталарын мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға

1 Телефонығыҙға пароль ҡуйығыҙ йәки уға биометрик мәғлүмәттәр (бармаҡ эҙҙәре, йөҙҙө сканерлау) ярҙамында инеү хеҙмәтен көйләгеҙ.

 

2. Ҡушымталарҙы рәсми сығанаҡтарҙан ғына күсереп алығыҙ. Эшләп сығарыусыһына һәм уны урынлаштырыусы компанияға иғтибар итегеҙ. Ҡушымталарҙы сит сайттарҙан күсереп алмағыҙ.

 

3. Пароль менән һаҡланмаған «Wi-Fi»-ға тоташмағыҙ. Мутлашыусылар һаҡланмаған селтәрҙәге трафикты үҙ файҙаһында ҡуллана ала.

 

4. Иҫәп яҙмаһы мәғлүмәттәрен һәм банк ҡушымталарындағы раҫлау кодтарын бер кемгә лә бирмәгеҙ һәм әйтмәгеҙ.

 

5. Ҡулланылмаған ҡушымталарҙы ҡоролманан алып ташлағыҙ. Уларҙың ватып инеү өсөн хәүеф тыуҙырыуы ихтимал.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: