Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь , 14:10

Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән һаҡлыҡ саралары программаһы эшләй башланы. Унда илдең 18 йәше тулған бөтә гражданадры ҡатнаша ала. Программа киләсәктә, мәҫәлән, пенсияға сыҡҡас йәки берәй төрлө ауыр тормош хәлендә ҡалғанда ҡулланыу өсөн аҡса йыйырға булышлыҡ итә. Тупланмаға дәүләт үҙенән өҫтәмә лә ҡушып бара.

Яңы программаның асылы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем кеше өҫтәмә килем йәки финанс хәүефһеҙлеге мендәре булдырһын тигән теләккә ҡайтып ҡала. Был уға ауыр тормош хәлендә ҡалғанда, мәҫәлән, ғаиләнең төп туйындырыусыһын юғалтҡанда, ҡиммәтле дауаланыу кәрәк булғанда) ярҙам итәсәк.

Һеҙ программаға ҡушылған теләһә ниндәй дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды менән оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса килешеүе төҙөйһөгөҙ һәм унда иғәнәләр күсерә башлайһығыҙ. Дәүләт тә был иҫәптәрҙе тулыландыра.

 

 

Автор:
Читайте нас: