Салауат ҡала суды рәйесе вазифаһы Өфөлә тыуып үҫкән, был өлкәлә 20 йыллыҡ эш стажы булған Павел Исаковҡа йөкмәтелде. Был хаҡта 25 ноябрҙә тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһы юғары суды рәйесе Раил Шәйҙуллин хәбәр итте һәм яңы етәксе менән таныштырҙы.
- Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 14 ноябрендәге 981-се указы менән Павел Исаков алты йылға Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡала суды рәйесе итеп тәғәйенләнде, - тине ул һәм етәксегә һаулыҡ, законға тоғролоҡ, һөнәри оҫталыҡ теләне.
Павел Исаков Өфөлә тыуған. Юриспруденцияла 20 йыл эшләүҙең 11 йылын судья вазифаһында.
Тантаналы йыйылышта Салауат хакимиәте башлығы Альберт Моталов сығыш яһаны:
- Судтың бурыстары - граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауҙы тәьмин итеү, законды һәм ҡала мәнфәғәтендә тәртип һаҡлау. Павел Геннадьевич етәкселегендә суд законлылыҡ һәм хоҡуҡи дәүләт ғәҙеллелеге принциптары нигеҙендә эшләүен дауам итер, тип ышанам, - тине ҡала башлығы.
Раил Шәйҙуллин һүҙҙәренсә, Салауат ҡала суды - төбәктә иң яҡшыларҙың береһе, бында эшләү өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Үҙ ваҡытында биналарҙы ремонтлау, фасадты һәм уның эргәһендәге территорияны төҙөкләндереү, шулай уҡ кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеү менән Тамара Сергеева шөғөлләнә. 1985 йылдан 2004 йылға тиклем прокуратура органдарында төрлө вазифаларҙа эшләй, ә һуңынан Салауат ҡала суды рәйесе урынбаҫары, ә аҙаҡ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифаға ул ике тапҡыр һайлана. Әлеге ваҡытта, почетлы отставкала, шулай ҙа Тамара Сергеева судьялар Советы ағзаһы булып тора.Тантаналы йыйылышта ул шулай уҡ яңы етәксегә мөрәжәғәт итеп, йылы теләктәрен еткерҙе.
- Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Был коллективты мин яратҡан кеүек яратығыҙ, - тине ул. - Башҡортостан Республикаһы Юғары суды етәкселегенең ҙур ярҙамын билдәләп үтмәй булдыра алмайым. Был минең бөтә аңлы ғүмеремдә хеҙмәт иткән эшем булды. Мин әле лә командала, һеҙҙең менән бер аҙымда барыуымды дауам итәм, - тип билдәләне Тамара Сергеева. - Павел Геннадьевич, ҡала тураһында һөйләгәндә, барыһы ла еңел тип әйтмәҫ инем. Әммә әгәр коллектив һеҙгә эйәрһә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә эшләһәгеҙ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Коллегалар, яңы рәйескә ярҙам итегеҙ. Көслө, берҙәм команда булығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, кешеләр беҙгә ярҙам һорап килә.
Яңы етәксегә ҡотлауҙар менән Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары Йәүҙәт Иҙрисов һәм Күмертау район-ара суды рәйесе Дмитрий Чернин мөрәжәғәт итте.
Яуап һүҙендә Салауат ҡала суды рәйесе Павел Исаков Тамара Сергееваға булдырылған шарттар, иҫ киткес профессиональ коллективы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ҡыҙыл розалар бүләк итте.
- Салауатта суд эшен яҡшыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ һәм ҡаланың суд системаһы кимәлен булдырылған кимәлдә тотасаҡбыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Павел Исаков.
Гөлиә Нуриманова.
Алена Бизикина фотоһы.