- Беҙ “Аныҡ эштәр» проектында күп тапҡырҙар ҡатнаштыҡ. Был программа ярҙамында бинала видеокүҙәтеү урынлаштырылды, бинаның ҡыйығы һәм фасады ремонтланды, скверҙа арт объекттар барлыҡҡа килде, - тип һөйләй “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге директоры Руслан Сафиканов. - Быйыл да ҡатнашыуға ғариза биреп, музейҙың бәләкәй залын ремонтларға ниәтләйбеҙ. Был экскурсиялар үткәрергә уңайлы шарттар булдырасаҡ.
Йыл һайын музейға 20 меңдән ашыу кеше килә. Һәм тап уның бәләкәй залынан экскурсиялар башланып китә. Уны сәнғәт учреждениеһына ингән ҡапҡа тип атарға була.
- Ҡаланың социаль учреждениеларына, айырыуса бөтә халыҡты йәлеп иткән, ошондай үҙәктәргә ярҙам итеү файҙалы эш. Бер кемгә лә сер түгел музей шундай урын булып тора. Беҙ уларға граждандарҙың бойороғо менән килгәндәре, музейҙы яңы төҫтәр менән биҙәү өсөн ошондай проект уйлап тапҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - ти «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Эльвира Маликова.
Йыйылыусылар проектты хуплап, уның өсөн үҙ тауыштарын бирҙе. Һәм киләһе йылда уның бәләкәй залына ремонт эшләнәсәк.
Әйткәндәй, йыл һайын Салауат ҡалаһына «Аныҡ эштәр» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 3,5 миллион һум аҡса бүленә.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.