газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 10:30

Ысын ир-егеттәр ҡарары

Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ысын илһөйәр һм геройҙар тип атарға була. Улар ил мәнфәғәттәрен яҡлау кәрәк булған ваҡытта ир-егеттәрсә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юллана. «Медоед» позывнойлы беҙҙең ҡыйыу яҡташыбыҙ ҙа намыҫ менән Ватаныбыҙ именлеге һәм киләсәге өсөн көрәшеүселәр сафына баҫҡан.

Ысын ир-егеттәр ҡарары
Ысын ир-егеттәр ҡарары

Салауат ир-азаматы 2023 йылдың июлендә контракт төҙөй. «Медоед» позывнойын был хайуандың ныҡышмал, уҫал, бер нимәнән дә ҡурҡмауы өсөн һайлай.
Уны махсус хәрби операцияға барыуына нимә этәргес була һуң?
- Аҡса арҡаһында түгел, әлбиттә. Мин «Новатэк» компанияһында етәксе вазифаһында эшләнем, бер ниндәй ҙә финанс проблемалар булманы. Мине патриотик ҡараш быға этәрҙе. Ә нишәп мин унда булырға тейеш түгел, был бит минең бурыс, тип иҫәпләнем. Мин беҙҙең урамдарҙан танктар үтеүен теләмәйем. Беҙ Ватаныбыҙҙы һаҡларға бурыслы, - ти яугир.


«Медоед»тың махсус хәрби операция зонаһында бик күпте күреүе аңлашыла, әммә шул уҡ ваҡытта ул асыҡ, изге күңелле булып ҡала.
- Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һәм күнекмәләр үткәндән һуң, миңә разведка взводы менән идара итеүҙе йөкмәттеләр. Барыһын да һөйләп бөтөп булмай, әлбиттә. Беҙ, башлыса, штурмлау төркөмдәрен оҙатып йөрөнөк, эвакуация менән шөғөлләндек, батальондарҙы һаҡлауҙа ярҙам иттек һәм башҡа хәрби бурыстарҙы башҡарҙыҡ. Минең взводта бөтәһе лә йәштәр, һигеҙ ай дауамында минең етәкселек аҫтында бер йәрәхәтләнгән кеше булманы. Мин үҙем беренсе булып яраландым һәм водителем тәүге һәләк булыусы.
Яҡташыбыҙ мартта етди йәрәхәт ала.
- Беҙ машинала шартланыҡ. Водителем, Томски егете һәләк булды. Минең көслө контузия, аңымды юғалтҡанмын, ҡолаҡ, күҙ йәрәхәттәре алдым, аяҡ-ҡулдарҙың һиҙемләүе юғалды. Башҡа шыйыҡса йыйыла ине. Мине Новороссийскиға күсергәс, ҡатыным уколдар алып килде. Дауаланыуҙан һуң хәлем еңеләйҙе, - тип һөйләй ул.


«Медоед» февралдә отпускала була, яңыраҡ тыуған яҡтарына хәрби задание буйынса ҡайта.
Ул тылдағы ярҙам мөһим тип билдәләй.
- Ҡаланан гуманитар ярҙам, шул иҫәптә бик кәрәкле машина килтерҙеләр. Әле бына бик ҡиммәтле фонарҙар кәрәк ине, уларҙы ла алып бирҙеләр, үҙем менән алып китәм. Шулай уҡ төндә күрә алыу приборҙары, тепловизорҙар, күҙәтеү дрондары кәрәк. Эйе, улар ҡиммәт тора, әммә улар яу яланында мөһим роль уйнай. Маскировка селтәрҙәре кәрәк, әммә ҙур күләмдә түгел, сөнки беҙ булған ерҙә ялан һәм улар ғына ярҙам итмәй, ә техниканы ҡаҙып йәшерергә кәрәк. Шул уҡ машиналар талап ителә, уларҙы йыш яндыралар, - тип бүлешә яугир.


Яҡташыбыҙ өйләнгән, ике балаһы бар. Ғаилә башлығы яҡындарының уңыштары менән ғорурлана:
- Балаларым спортсылар. Ҡыҙым ҡалала спорт тәрбиәһе үтеп, хәҙер Мәскәүҙә йәшәй, унда ЦСКА спорт клубының футбол йыйылма командаһында уйнай. Улым кикбоксинг буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге призеры, Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусы. Балаларым - минең ғорурлығым. Үҙ ваҡытында мин спортта әллә ни ҡаҙаныштарға ирешмәнем, шуға күрә балаларымдың спорт менән шөғөлләнеүенә һәр яҡлап ярҙам иттем. Ҡатыным да спортсы, үҙем дә спортты ташламайым.


«Медоед» фекеренсә, ир-егет ысын илһөйәр булараҡ, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тейеш.
- Әгәр замандаштарыбыҙ бөгөнгө көндә Тыуған илен һаҡлаусы яугирҙәргә ярҙам итергә теләй икән, уларға ҡушылырға тейештер тип уйлайым. Тыуған илде һаҡлау - һәр ир-егеттең бурысы. Беҙҙең ҡатындар, балалар, яҡташтар бер нимәгә лә ҡарамай махсус хәрби операцияға барыуы арҡаһында тыныслыҡта йәшәй, - ти ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: