газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 14:35

Халыҡ ышанысын аҡларға

Ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов халыҡты ҡабул итте.

Халыҡ ышанысын аҡларға
Халыҡ ышанысын аҡларға

Күп фатирлы йорттағы ремонт сифаты, тарифтарҙы раҫлау, кварталды яҡтыртыу, яңы транспорт маршруты, йорт алды юлдарын ремонтлау - ҡала халҡы өсөн иң актуаль һорауҙар яңғыраны «СалауатТорлаҡСервис» бинаһында уҙған ҡабул итеүҙә. Халыҡ менән осрашыуҙа ҡала хакимиәтенең идаралыҡ, бүлек, идара итеүсе компаниялар вәкилдәре, Совет депутаттары ҡатнашты.

Ҡала йорттарының береһендә йәшәүселәр дөйөм милекте ҡарау өсөн түләү артыҡ, тип иҫбатлай. Асыҡланыуынса, идара итеүсе компания милекселәргә хаҡтың артыуының сәбәбен аңлатыу буйынса эш алып бармаған, хаҡ йылылыҡты көйләүсе ҡоролманы алыштырыу кәрәк булғанға артҡан. Ҡала хакимиәте башлығы тариф менән килешергәме, юҡмы милекселәр үҙҙәре хәл итә, әммә йылылыҡты көйләү йыһазын алыштырыу шулай уҡ уларҙың иҫәбенә башҡарыла, тип асыҡлыҡ индерҙе.

Ҡала хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе радиаторҙағы тауышҡа зарланды. Идара итеүсе компанияға бының сәбәбен асыҡларға һәм проблеманы хәл итергә ҡушылды.


- Беҙҙең 38-се йорт алды транзит юл кеүек, унан 34-се, 36-се йорттарға автомобилдәр үтә, шулай уҡ йорт эргәһендә гараж комплексы урынлашҡан, унда шиномонтаж, машина йыуыу, май алыштырыу бокстары эшләй һәм унда килеүсе транспорт та беҙҙең юлдан уҙа. Поребриктар ҡуйып ҡарағайныҡ, уларҙы алып ташланылар. Юлды һаҡлау өсөн бейегерәк поребриктар ҡуйыуҙы һорайбыҙ, - тип мөрәжәғәт итте йортта йәшәүсе ҡатын.
Шулай уҡ ул милекселәр исеменән йорт алдына ике яҡтылыҡ бағанаһы ҡуйырға кәрәк тип үтенде.
- Беҙҙең ҡалала был һәм тағы ла бер нисә йорт янында яҡтыртыуҙы яҡшыртыу талап ителә. Әгәр урам яҡтыртыуын модернизациялау программаһы киләһе йылда ла дауам итһә, был йорт унда индереләсәк, - тип билдәләне ҡала хужалығы идаралығы начальнгы Юлия Будаева.


Бекетов урамынан Ленинград урамына табан күп йорттар төҙөлөп халыҡ йәшәй башланы, әммә был биләмәлә транспорт йөрөмәй.
- Беҙ был һорау буйынса коллегалар менән фекер алыштыҡ. Киләһе йылда унда маршрут транспортын ебәреү планлаштырыла. Унда туҡталыштар өсөн урын да яһалған. Был һорауҙы мотлаҡ хәл итербеҙ, - тип вәғәҙәләне Альберт Моталов.


Салауатта йәшәүселәрҙең береһе Калинин урамындағы элекке 72-се һөнәри училищеһының дөйөм ятағы бинаһы янындағы төҙөлөш сүп-сарына борсолоу белдерҙе.
- Барығыҙ ҙа белеүегеҙсә, унда элек дөйөм ятаҡ ине, ул республика һәм муниципаль милектә булды. Бина күп тапҡырҙар торгҡа ҡуйылды, әммә бер кемдә лә ҡыҙыҡһыныу уятманы, инвестицион яҡтан йәлеп итмәне. Уны приватизация программаһына индереү ҡарар ителә, баҙар хаҡы билдәләнә һәм 2024 йылда торгтан һуң һатыла. Хәҙер бинаның хужаһы уны төҙөкләндереп торлаҡ йорт итергә ниәт итә, - тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте башлығы.


Ҡабул итеүҙә шулай уҡ БашРТС-тың йылылыҡ өсөн иҫәпләүҙәренең тап килмәүе, йылылыҡ өсөн күрһәткестәрҙе тапшыра алмау, газ күрһәткестәрен тапшырыуҙың аныҡ ваҡытын билдәләү, тулталҡаларҙы төҙөкләндереү, «Башҡорт ихатаһы» программаһының тормошҡа ашырылыуы, 39-сы магазин янындағы баҙарҙы төҙөкләндереү, йорт алдындағы юлды ремонтлау һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Һәр мәсьәлә ентекле ҡаралды, ҡануниәт сиктәрендә эш итеү буйынса аңлатмалар бирелде. Һорауҙар ҡала хакимиәте башлығының шәхси контролендә, ентекле өйрәнелгәндән һуң киңерәк яуап биреләсәк.
Хакимиәт башлығы Альберт Моталов күсмә ҡабул итеүҙәр даими уҙғарыласаҡ һәм ул һәр ваҡыт салауаттар менән бәйләнеш өсөн асыҡ булыуын билдәләне.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: