Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 17:15

Берҙәмлек беҙҙе көслөрәк итә

Күптән түгел илебеҙҙең барлыҡ төбәктәре Халыҡтар берҙәмлеген көнөн билдәләне. Был уңайҙан беҙҙең ҡалала байрам саралары уҙҙы. Матур датаға арналған тантана «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторолдо.

Берҙәмлек беҙҙе көслөрәк итә
Берҙәмлек беҙҙе көслөрәк итә
Тантананы ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Альберт Моталов асып, байрамдың әһәмиәтен билдәләп үтте.
- Халыҡтар берҙәмлеге көнө - ул беҙгә бөйөк берҙәмлек көсө, тарихтың иң ауыр мәлдәрендә халҡыбыҙҙың берләшеүе һәм үҙаллылығын яҡлауы хаҡында иҫкә төшөрөүсе байрам. Бөгөн үҙгәрештәр мәлендә, беҙ берҙәм һәм дуҫ булыуҙың, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген аңлайбыҙ. Тарихыбыҙ халыҡтар берҙәмлеге өлгөләре менән тулы һәм беҙ быны иҫтә тоторға, белгәненебеҙҙе яңы быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Илебеҙ көслө булһын һәм сәскә атһын, ә беҙ үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәргә тейешбеҙ. Байрам менән! - тине ул.
Был көндө махсус хәрби операция зонаһында бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре, батырлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре өсөн Дмитрий В. һәм Евгений С. ҡала хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Артабан салауаттарҙы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәбрикләп уҙҙы.
- Салауаттар, һеҙҙе матур байрам менән ҡотлайым! Һәр кемгә һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Халыҡтар берҙәмлеге көнө 1612 йылдың 4 ноябренән башлана. Ул көндө кенәз Дмитрий Пожарский һәм Түбәнге Новгород земство старостаһы Кузьма Минин саҡырыуы буйынса диненә, статусына һәм ғаилә хәленә ҡарамай халыҡ берләшә. Төрлө милләт кешеләре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Дошман һан яғынан күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең яугирҙар, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған иленә булған һөйөүен күрһәтеп, Мәскәүҙе илбаҫарҙарҙан азат итә ала. Халыҡтар берҙәмлеге - ул еңеүгә килтергән берҙәмлек. Ата-бабаларыбыҙ берҙәм булғанда, бергә булғанда еңеүҙәргә ирешеп булыуҙы дәлилләгән. 1812 йылғы Ватан һуғышы, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция халҡыбыҙ берҙәмлегенең асыҡ миҫалдары булып тора. Бөгөн балалар ата-бабаларының васыяттарына лайыҡлы ҡалып, илебеҙ именлеген батырҙарса яҡлай, - тине депутат.
Зариф Байғусҡаров махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә «Ил терәге» йәмәғәт наградаһын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - Денис Сафикановтың ата -әсәһе Ғәлинур Ғәйфулла улы һәм Лира Зәйнулла ҡыҙы, Вадим Исаевтың ата-әсәһе - Виктор Александрович һәм Ольга Николаевна, Игорь Жуковтың ата-әсәһе - Сергей Никитич һәм Светлана Михайловна, Сергей Васюковтың ата-әсәһе - Николай Никитич һәм Надежда Александровна. Бүләкләү тантанаһында салауаттар тыныс киләсәк өсөн батырҙарса көрәшкән геройҙарҙың ата-әсәләрен күҙ йәштәре аша алҡышланы.
- Ысын патриоттарҙы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда башымды эйәм. Беҙ һеҙҙең улдарығыҙ хаҡына еңергә бурыслы. Беҙ берҙәм, шуға күрә еңеү беҙҙеке буласаҡ! – тине Зариф Байғусҡаров яугирҙарҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт итеп.
Бүләкләү тантанаһын дауам итеп Зариф Закир улы «Салауатбыяла» акционерҙар йәмғиәтенең махсус бүлек начальнигы Александр Бабаянға иҫтәлекле сәғәт, ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлиховаға һәм Салауат ҡалаһы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» фонды координаторы Кристина Синчуроваға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Бүләкләнеүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, гуманитар йөк йыя һәм оҙата, һалдаттарыбыҙҙың хеҙмәт урындарына хәүефле сәфәрҙәр яһай. Ҡала халҡының күпселеге ошо изге эштәрҙә ҡатнаша, тип ышанам, - тине Зариф Байғусҡаров. - Хәҙер, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек, тыл һәм фронт берҙәм. Ярҙамығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Салауаттарға ҡала советы депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов мөрәжәғәт итте. Ул хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙемлеге өсөн «Аҡ ҡалфаҡ» төркөмөнөң «Энжеләр» ансамбле солисы Вера Искәндәрованы Александр Невский миҙалы менән бүләкләне.
Байрамды ҡаланың ижади коллективтарының сағыу сығыштары биҙәне. Тамашасыларҙы «Надежда», «Дуҫлыҡ», «Ағиҙел шишмәләре», «Уральская рябинушка», «Төрлө кешеләр» һәм башҡа вокаль ансамблдәр ҡыуандырҙы. «Белая река» өлгөлө хореография студияһы һәм «Капелька» коллективтары үҙҙәренең дәртле бейеү номерҙарын бүләк итте.
 
Гөлиә Нуриманова.
Алена Бизикина фотоһы.
Автор:
Читайте нас: