Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына 31 октябрҙә комиссия ҡала Советына өс кандидат тәҡдим итте. Депутаттар Совет ултырышында бер тауыштан Альберт Моталовты һайланы.
Моталов Альберт Юрьевич 1979 йылдың 9 мартында Салауатта тыуған, өйләнгән, өс балаһы бар.Белеме: 4-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, Ырымбур дәүләт университетының юридик факультетында белем алып сыға, Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Рәсәй академияһында икенсе юғары белем ала, квалификацияһын үҫтерә, белемен камиллаштыра.
Карьераһы: Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегендә белгес-эксперт, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең муниципаль контроль идаралығы начальнигы, ҡала хакимиәте башлығының тормош тәьминәте мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, ҡала Советынан хәл иткес тауыш хоҡуғы булған Салауат ҡалаһы территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы була. Дүрт тапҡыр “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында ярымфиналсы һәм финалсы була. 2019 йылда Санкт-Петербургтағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы сиктәрендәге “Минең ҡалам - минең мөмкинлектәрем” кадрҙар конкурсы финалсыһы.
Салауат ҡалаһы башлығы итеп һайланыуы менән Альберт Моталовты Башҡортостан Республикаһы Башлығының муниципаль берәмектәр менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Коземаслов ҡотланы.
- Ул ҡаланың бөтә проблемаларын һәм күптәренең хәл итеү юлдарын белә. Был вазифаны урындағы кешенең биләүе лә бик яҡшы. Бында тыуып үҫкән икән, тимәк, үҙ биләмәһенең үҫеше өсөн бөтә күңеле менән янасаҡ. Башлыҡ ҡала хакимиәтенең бөтә командаһының, депутаттар корпусының, барлыҡ активтың эшен ойошторорға тейеш. Альберт Юрьевичҡа башланған эштәрҙе уңышлы тамамлауын, ә киләсәктә һәр йылға етди инвестициялар планлаштырылыуын теләйем, - тине ул.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажитдинов Альберт Моталовҡа, яңы вазифаһы сәбәпле, изге теләктәрен еткерҙе:
- Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе, депутаттар исеменән Альберт Юрьевичты был вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлайым. Муниципаль хеҙмәттә, шул иҫәптә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһында тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙ ҙур. Был эштең оло яуаплылыҡ талап итеүен яҡшы аңлайһығыҙ. Салауат - сәнәғәт ҡалаһы ғына түгел, ә уның үҙ проблемалары, талаптары булған халҡы бар. Халыҡты социаль яҡлауға төп иғтибар бүленергә тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булыуы мотлаҡ. Салауат ҡалаһының артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен билдәләүсе мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы асыҡланыҡ. Республика хөкүмәте уларҙы хәл итеү алгоритмын тәҡдим итте. Шуларҙың иң мөһимдәре - ҡаланың экологик именлеге, ҡаланың сиктәрен киңәйтеү һәм өсөнсө көнсығыш микрорайонда мәктәп төҙөү. Ыңғай экспертиза алынған. Был объекттың республика адреслы инвестиция программаһы проектында 2025-2027 йылдарға ҡаралауыуы тураһында Иҡтисад министрлығынан рәсми яуап бар. 1 млрд 700 млн һумдан ашыу аҡса һалынған.
Альберт Моталов та һүҙ алды:
- Был вазифаға тәғәйенләнеү минең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Бында бала сағым үтте, тормошом ҡоролдо, ғаиләм янымда. Тыуған ҡалама бөтә йөрәгем менән тоғромон. Иңдәремә ҙур бурыс һалыныуын яҡшы аңлайым һәм уның сәскә атыуы өсөн бөтә көсөмдө һалырға әҙермен. Әле еңелдән булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тип уйлайым. Һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Беҙҙең заманда муниципалитет башлығы роле әһәмиәтлерәк була бара. Был вазифа ғына түгел, ә ысын миссия: кешеләрҙе үҙеңдең артыңдан эйәртергә, уларҙы ишетергә, мәнфәғәттәрен яҡларға. Алда беҙҙе ҙур эш көтә. Ҡаланы төҙөкләндереү, инфраструктураны, социаль өлкәне үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Мин асыҡ һөйләшеүгә әҙермен. Бергә, берҙәм булып, Салауатты тағы ла күркәмерәк, уңайлыраҡ, заманса ҡала итә алыуыбыҙға ышанам.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.