Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 17:18

Был рух ныҡлығы һәм ысын һөйөү хаҡында

Салауат ҡалаһында «Герой ҡатыны» проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен берләштерҙе.

Был рух ныҡлығы һәм ысын һөйөү хаҡында
Был рух ныҡлығы һәм ысын һөйөү хаҡында

Салауатта ғәҙәти булмаған фотосессия үтте - яҡындары әлеге ваҡытта илебеҙҙе һаҡлаусы ир-егеттәрҙең ҡатындары «Герой ҡатыны» проекты героиняларына әйләнде. Беҙҙең ҡалалағы фотосессия - бөтә ил буйынса тормошҡа ашарылыусы ҙур проекттың бер өлөшө һәм Ватан һаҡсыларының батырылығын, фиҙаҡәрлеген иҫкә төшөрә, уларҙың ҡаһармынлығы яҡындарының күңелендә булыуын күрһәтә.
«Герой ҡатыны» фотопроекты идеяһы Һамарҙа барлыҡҡа килә. Уның авторы 2-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командующийы, генерал-лейтенант Андрей Колотовтың ҡатыны Екатерина тормош иптәшенең кителендә фотоға төшә. Хәрби ҡатынының миҫалына башҡалар ҙа ҡушыла һәм башланғыс патриотик акцияға әйләнә. Проектты Рәсәй Президенты Владимир Путин да юғары баһалай.
Проектҡа илебеҙҙең бик күп төбәктәре ҡатнашыу теләген белдерә. Салауат та ситтә ҡалмай. Ҡаланың «Герой ҡатыны» фотопроектына ҡушылыу башланғысы менән урындағы фотограф Артем Стариков сыға һәм ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты менән берлектә уны бойомға ашыралар.
- Был акция Рәсәй буйлап ике йыл йөрөй, ә беҙҙә булғаны юҡ әле. Мин башҡа ҡалаларҙа уның нисек тормошҡа ашырылыуын күрҙем дә үҙебеҙҙең ҡалала ла ошондай акция эшләү теләге тыуҙы. Был дөрөҫ һәм яҡшы эш тип иҫәпләйем, кемдер фотоларын яҡындарына тегендә ебәрәсәк, кемдер альбомында һаҡлаясаҡ. Был сара яу яланында ятып ҡалағандарға ғына түгел, әлеге ваҡытта хеҙмәт алып барыусыларға ла ҡағыла. Егеттәргә ярҙам итергә кәрәк, улар өсөн был мөһим, яҡындарының фотоһын алыу уларҙың күңелдәрен күтәреп ебәрер тип иҫәпләйем. Йәштәр эштәре буйынса комитет фотосессия уҙғарыу өсөн үҙ майҙансығын тәҡдим итте, - тип бүлешә Артем Стариков.
Тәҡдим махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре чатына һалынғас, шунда уҡ хуплап алына. Фотопроектта 35 кеше ҡатнашыу теләген белдерә.
- Фотограф Артем Стариков әсәһе Татьяна Сергевна менән «Герой ҡатыны» проекты сиктәрендә фотосессия уҙғарыу теләген белдергәс, беҙ риза булдыҡ. Был сарала ҡатнашырға теләүселәрҙе ойошторҙоҡ, - ти йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова.
Изге эшкә «Стелла» матурлыҡ салонының парикмахеры һәм визажисы ла ҡушыла. Фотосессия килеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға улар матур прическа һәм макияж яһай. Проектта геройҙарҙың ҡатындары ғына түгел, шулай уҡ әсәләре, апай-һеңлеләре, балалары ла ҡатнаша. Профессинал фотограф улар менән еңел аралаша, бер кем дә камера алдында үҙен көсөргәнешле тотмай. Ҡатын-ҡыҙҙар кем теләй хәрби кителде яурынына һалып, кемдер яҡын кешеләренең фотоһы һәм наградалары менән, кемдер балалары менән фотоға төштө. Бик матур, үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле фотолар килеп сыҡты. Ә бит уйлап ҡараһаң, һәр фотола оло бер яҙмыш, күҙҙәрҙә һөйөү һәм ғорурлыҡ, йә бөтөнләй әрнеү һәм һағыш, шул уҡ ваҡытта яҡшылыҡҡа ышаныс.
Махсус хәрби операция зонаһында башын һалған Владимир Илдар улы Баһаутдиновтың әсәһе Светлана Баһаутдинова фотоға ейәнсәре Ярослав менән төштө.
- Беҙҙең ғаиләлә күбеһе хәрби, тормош иптәшем, ике ҡыҙым һәм кейәүем ошо өлкәлә, кесе ҡыҙым да шәфҡәт туташы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Владимир яуҙа һәләк булды, быны ҡабул итеүе бик ауыр. Уның улы үҫеп килеүе йыуаныс. Был фотосессия минең өсөн әһәмиәтле. Мин погондағы улым менән ғорурланам, тип әйтмәксемен. Башҡа егеттәр иҫән-һау ҡайтһын, - ти ул.
Миләүшә Зайнетдинованың иптәше әлеге ваҡытта алғы һыҙатта.
- Кисә иремде мобилизациялағанға ике йыл тулды. Ул хеҙмәт итә, Тыуған илебеҙҙе, беҙҙе һаҡлай. «Герой ҡатыны» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә беҙҙең ҡалала ла фотосессия уҙғарыуҙары яҡшы. Профессиональ фотограф, парикмахер, визажист саҡырылған, барыһына ла рәхмәт. Беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ бар, улар ҙа атаһын көтә, уның өсөн борсолалар һәм уның менән ғорурланалар, - тип билдәләй гүзәл зат.
Биҙәндереп, сәстәрен матурлағас, көҙгөлә үҙен күреү менән Ғәлиә Туҡаеваның йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. Тик улы хаҡында һөйләй башлағас, күҙҙәренә йәш тулды.
- Мин үҙем Ишимбай районынан, йәшлегем Салауатта үтте, һуңынан Нефтеюганскиҙа йәшәнек. Улым Рауил шунда ун бер класс бөттө һәм Өфө медицина университетына уҡырға инде. Юғары белем алғас, теш табибы булып эшләне. Махсус хәрби операция зонаһына барыуын былай тип аңлатты: «Мин ситтә ҡала алмайым, Тыуған илебеҙҙе һаҡларға тейешмен». Киткәндә: «Ҡайғырмағыҙ, мин герой булып, еңеү менән ҡайтасаҡмын», тине. Улымдың ҡыҙы уның юлын һайланы, юғары белем алып, стоматолог булып эшләп йөрөй, - тип бүлеште Ғәлиә Туҡаева.

Автор һәм Артем Стариков фотолары.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: