Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь , 17:07

"Ҡыҙҙарыбыҙ - байлығыбыҙ”

Шулай ти Салауат ҡалаһындағы күп балалы ғаиләләрҙең береһе Алина һәм Руслан Ғиззәтуллиндар.

"Ҡыҙҙарыбыҙ - байлығыбыҙ”
"Ҡыҙҙарыбыҙ - байлығыбыҙ”

Балалы ғаиләләр Башҡортостан халҡы һанының үҫешендә ҙур роль уйнай. Улар - йәмғиәтебеҙ нигеҙе. Тап ғаиләләрҙә яуаплы, эшһөйәр һәм илһөйәр балалар тәрбиәләнә. 
Татыу һәм берҙәм ғаиләлә өс ҡыҙ - Русалина, Риана һәм Рамина үҫә. Бәләкәс Раминаға  ни бары ике ай. Өсөнсө бәпес ҡайтыу менән уларҙың былай ҙа нур бөркөлгән йорттарына тағы ла шатлыҡ өҫтәлә.
Йорт усағын һаҡлаусы Алинаның йөҙөнән йылмайыу китмәй, үҙе алсаҡ, ихлас. Ә ғаилә башлығы Руслан - ышаныслы, булдыҡлы, аҙ һүҙле, әҙәпле ир-уҙаман, ҡыҙҙары өсөн яуаплылыҡ тойоуы һиҙелә.
Атай менән әсәй балаларына бөтә һөйөүен, көсөн, наҙын бирә. Бында һәр кемдең үҙ шөғөлө бар: өлкәндәре Русалина 25-се башҡорт гимназияһында 9-сы класта уҡый, бәләкәйҙән йырларға ярата, 5 йәштән вокал, 7 йәштән бейеү менән мауыға. Уртансылары Риана ошо уҡ гимназияла белем ала, 5 йәшенән апаһы йөрөгән “Адажио” бейеү ансамблендә, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Ә кескәй Рамина иһә әлегә ата-әсәһенең, апаларының наҙына сорналып йәшәй.
- Өлкән ҡыҙҙарым үҫте, миңә ярҙамсылар: өй йыйыштырышалар, ашарға бешерешәләр, һеңлеләрен ҡарашалар. Рамина ҡулыма эләкмәй ҙә тиерлек. Уларҙы бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәтәбеҙ, - ти әсәй кеше.
- Ҡыҙҙарыбыҙ - байлығыбыҙ. Мин дә уларға ярҙам итәм, дәрестәрен ҡараштырам, үҙҙәре лә, әсәләре бәләкәс менән булышҡанда, эштән  ҡайтыуыма аш өҫтәле әҙерләп тора. Көн һайын яңылыҡтары менән уртаҡлашалар. Улар өсөн бер нимә лә йәлләмәйбеҙ, лайыҡлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла ғаилә башлығы Руслан. 
Ул комбинатта эшләй, Алина әлегә декрет ялында.
- Өс ҡыҙ әсәһе булыу еңелдән түгел, - тип йылмая әсәй. - Кейемдәренә, прическаларына ла күп китә. Әммә мин ҡыҙҙарым булыуым менән бәхетлемен,  улар менән серләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ. Өсөнсө бала тыуыу менән бер аҙ мәшәҡәт кенә өҫтәлде, тик ярҙамсыларым күп булғас, уныһын да әллә ни һиҙмәйем. Русалина һеңлеһенә дәрестәрен әҙерләшергә ярҙам итә, беҙ өлгөрмәһәк, бейеүгә алып бара. Ата-әсәйҙәребеҙ ҙә көн һайын тиерлек бәпесте күрергә йүгереп килеп етә. Ярҙамдары өсөн уларға рәхмәтлебеҙ.
Руслан менән Алина бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡарай.
- Руслан - ихтирамлы, яуаплы кеше. Миңә бөтә нимәлә ярҙам итә. Ул беҙҙең барыбыҙға ла яратып “ҡыҙҙарым”, тип өндәшә, балалар менән һәр ваҡыт йылы мөғәмәләлә, - ти Алина тормош иптәше хаҡында һөйләп.
- 15 йыл элек мин тап Алинаны тормош юлдашым итеп һайлап, мөһим һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнмем. Беҙ уның менән туйҙа таныштыҡ һәм уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым. Өс ҡыҙыбыҙ өсөн уға рәхмәтлемен. Был - беҙҙең төп байлығыбыҙ. Ул ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү мәсьәләләренә бик яуаплы ҡарай. Йортобоҙҙа һәр саҡ йылы, тыныс. Алина- һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, оҫта хужабикә лә, - ти Руслан кәләше тураһында.
Ғиззәтуллиндар ғаилә менән бергәләп ял итергә ярата.
- Йәйен Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт ҡылабыҙ, йә диңгеҙгә барабыҙ. Төрлө байрамдарҙа балаларҙы аттракциондарға, кафеларға, парктарға алып сығабыҙ. Ял көндәрендә ауылға өләсәйебеҙгә ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ, рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡҡа, ҡышын катокка йә тау шыуырға йөрөйбөҙ, - ти улар. - Ғаилә беҙҙең өсөн - иң йылы урын. Беҙ балаларҙы бик яратабыҙ,  шуға ла ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ. Икебеҙ ҙә ғаиләлә берҙән-бер бала, шуға өйләнешкәс, балабыҙ икәүҙән дә кәм булмаһын ине, тип теләнек. Теләгебеҙ ҡабул булды, икәү түгел, хәҙер инде өсөнсөгә атай-әсәй булдыҡ, - тип шатлығын йәшермәй Ғиззәтуллиндар.
Баш3ортостанда демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Ғиззәтуллиндар, күп балалы ғаилә статусына яңы лайыҡ булыу сәбәпле, әлегә льготаларҙан бик файҙаланып  өлгөрмәгән.
- Ярҙам саралары тураһында ишеткәнебеҙ бар, үҙебеҙгә тәғәйенен мотлаҡ ҡулланырбыҙ. Транспортта бушлай йөрөүгә документтар йыя башланыҡ, автомобилгә  һалымға ташлама менән файҙаланабыҙ, бассейнға
ла ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкинлек бар. Ипотеканы ҡаплауға йүнәлтелгән өҫтәмә ярҙам саралары тураһында ла беләбеҙ, был льготаны ла  ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине, - тип бүлешә ғаилә.
Башҡортостанда демографик хәлде нығытыу һәм балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн йәшәү шарттарын  яҡшыртыу маҡсатында ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса сәйәсәт алып барыла.

“Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, изгелек, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып балалар тәрбиәләү. Тыуым һәм, тимәк, күп балалы ғаилә - илебеҙҙең,  милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе”, - тип билдәләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе үҙен бөгөн борсоған мәсьәлә хаҡында ла белдерҙе:
“Беҙҙе бөгөн республикалағы демографик хәл бик борсой  Был - иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе. Һеҙ беләһегеҙ, тыуым беҙҙә кәмей. Бәлки, тап һеҙҙең кеүектәр арҡаһында баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарағанда беҙҙә күберәк кеше тыуа башлар. Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың төп һыҙаты булды. Әйҙәгеҙ бергәләп был традицияны һаҡлайыҡ!”. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: