16 августа ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡала Советының 70 йыллығына арналған тантана уҙҙы. Музейҙа был датаға арналған күргәҙмә (6+) лә эшләй. Теләктәре булғандарҙың барыһы ла тыуған
ҡалаһының тарихы менән 9 сентябргә тиклем бушлай таныша ала.
Байрам көндө йыйылыусылар күргәҙмәләге архив документтарҙы һәм фотоһүрәттәрҙе ҡараны, ҡала һәм уның кешеләре хаҡына күпме эш башҡарылыуын барланы.
- Күргәҙмәнең маҡсаты - ҡала Советының төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлек тарихын, ҡаланың нисек үҫешеүен, уңайлы шарттар булдырылыуын күрһәтеү, - тине почетлы ҡунаҡтарҙы сәләмләп музейҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Алыҫ 1948 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән эшсе ҡасаба барлыҡҡа килә. Бер йылдан һуң беренсе ҡасаба сессияһы уҙғарыла, рәйесе итеп Сәхиулла Собханғолов тәғәйенләнә. Тап ошо
сессияла эшсе ҡасабаны төҙөкләндереү һәм уңайлы шарттар булдырыу буйынса мәсьәлә күтәрелә. Төп һорау эшсе ҡасабаны ҡалаға әйләндереүгә ҡағыла һәм быға 1954 йылда ирешелә. Ошо уҡ йылдың 13 авгусында беренсе ҡала сессияһы үткәрелә, рәйесе итеп Бөйөк Ватан һуғышын уҙған, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусы Рауил Ишмөхәмәтов һайлана. Ҡаланы тергеҙеүҙең ауыр йылдары тап уның иңенә ята. Үҙ вазифаһында ул 10 йыл тирәһе эшләй. 1963 йылда ҡала Советы рәйесе итеп Хөсәйен Фәтҡуллин тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән осорҙа ҡалала спорт ныҡлап үҫешә, һәр ихатала спорт майҙансыҡтары төҙөлә.
Шул ваҡытта Салауат “Спорт һәм сәләмәтлек ҡалаһы” программаһын башлап ебәрә.
Ҡала тиҙ, йылдам үҫешә, айырыуса 60-80-се йылдарҙа ҡала Советы рәйесе Иван Богданов булғанда. Ул йылдарҙа мең ярымдан ашыу ғаилә яңы фатирлы була. Музыка һәм педагогия колледждары, социаль объекттар, өс мәҙәниәт йорто, санаторий- профилакторийҙар асыла. Ҡала яңы һулыш алып йәшәй башлай.
Төрлө йылдарҙа ҡала Советы рәйестәре булып Евгений Бартенев, Әсҡәт Ғәлиев, Николай Сигаков, Юрий Черных, Александр Михайлов эшләй. 2012 йылдан ҡала Советы рәйесе - Лариса Давыдова. Ул 1-се гимназия директоры ла, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2020 йылда бишенсе саҡырылыш депутаттар корпусы эшкә тотона, 25 депутат һайлана. Әлеге ваҡытта 22-һе эшләй.
- Хөрмәтле депутаттар! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, әүҙем тормош позицияғыҙ, яуаплылығығыҙ, һайлаусылар ҡуйған бурыстарҙы башҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ғорурланырлыҡ нимәләребеҙ бар. Бөтә
тырышлығыбыҙҙы ҡалабыҙ матурыраҡ, уңайлыраҡ булһын өсөн һалабыҙ. Советтың юбилейы менән ҡотлайым, хеҙмәтегеҙ шатлыҡ ҡына килтерһен, - тине ҡотлау телмәрендә Лариса Давыдова.
- 70 йыллыҡ - ул олпат юбилей. Ҡаланы күркәмерәк, гүзәлерәк итеү өсөн тырышып хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙҙең менән эшләүемә ғорурланам. Совет ултырыштарында мин йыш ҡына төрлө бәхәстәр ишетәм, шунһыҙ булмай ҙа, сөнки тап улар ваҡытында дөрөҫлөк табыла, - тине ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Ҡала Советының юбилейы алдынан үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Тарих осорҙары” тигән викторина уҙғарҙы. Уның еңеүселәре Алевтина Семина һәм Эльвира Усманова тантаналы шарттарҙа бүләкләнде.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.