газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август , 13:50

Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!

Республика ҡалалары араһында Салауат матурлығы, төҙөклөгө, бик күп күрһәткестәр буйынса  алдынғылыҡты биләүе, халҡының ихласлығы, тыуған ҡалаһын ысын күңелдән яратыуы һәм уның киләсәге өсөн бөтә тырышлығын һалырға әҙер булыуы менән тора. Быйыл Салауат ҡалаһы үҙенең 76 йыллығын билдәләй.

Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!
Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!

Тыуған ҡалабыҙ тарихына күҙ һалғанда, Салауат башта эшселәр ҡасабаһы тип йөрөтөлә. 1948 йылдың июнь айында буласаҡ ҡаланың тәүге барагы ҡалҡып сыға, ә көҙөн ҡасабаның беренсе урамына нигеҙ һалына һәм юғары етәкселек ҡарарын тормошҡа ашырыусылар хөрмәтенә уға Төҙөүселәр урамы тигән исем бирелә. Ә 1954 йылдың 12 июнендә Салауат республика ҡарамағындағы ҡала статусын ала. Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡалабыҙҙа Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1988 йылда ҡаланың 40 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡуйыла. Ул әле лә салауаттарҙы ҡалаға төнъяҡтан ингән урында ҡаршы ала. Ҡаланың символикаһындағы ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ, уның ете таж япрағы- башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыу символы. Салауат ошо ете ырыуҙың береһе - Юрматы ырыуы ерендә барлыҡҡа килә.

Иртәгә, 24 августа, Салауатта Ҡала көнө уҙа (6+), ул Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән бергә үтә. Ойоштороусылар ҡаланың төрлө йәштәге халҡы өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы саралар әҙерләгән, улар араһында ҡалала тәүгә үткәрелгәндәре лә бар. Байрам ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Сәскәләр байрамы менән башланып китә. Бында мәғариф учреждениелары, төрлө ойошмалар үҙҙәренең көҙгө уңыштарынан әҙерләгән бай өҫтәлдәрен урынлаштыра. Ошо уҡ ваҡытта «Салауат-оҫталар иле» биҙәүҡулланма сәнғәте фестиваль - конкурсы ла старт ала. 11.30 сәғәттә парктағы “Еңеү осорҙары” мемориалына сәскәләр һалыу ҡаралған. Быйыл ҡала етәкселеге киске концерттан һәм популяр артистар саҡырыуҙан баш тартты һәм әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта Тыуған илде һаҡлаусы яугирҙарға иғтибарҙы көсәйтергә ҡарар итте.

Теләгән һәр кем көн дауамында махсус хәрби операцияла булыусыларға гуманитар ярҙам итә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша ала. Шулай уҡ салауаттар өсөн патриотик концерт әҙерләнә. Көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең майҙансыҡтары эшләй. Бында комбинаттың хеҙмәт династияларын хөрмәтләү, ветерандарын һәм тырыш хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтеү ҡаралған. Төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, акциялар һәм спорт йәрминкәһе лә ойошторола.
Гөлиә НУРИМАНОВА

Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!
Тыуған көнөң менән, гүзәл ҡалам!
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: