газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август , 16:50

Көн үҙәгендә - мөһим һорауҙар

Беҙҙең ҡалала эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Илшат Тажитдинов, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, депутаттар килде. Рәсми делегация иң башта Салауаттың медицина һәм мәғариф учреждениеларында, ҡаланың ремонт барған биләмәләрендә булды, халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре һәм ихтыяждары менән танышты. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡала халҡы менән осрашты. Уларға мөрәжәғәт менән килгәндәр, башлыса, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы күтәрҙе. Уларҙың барыһы ла контролгә алынды һәм ентекле тикшереләсәк тип белдерелде. Сәфәр аҙағында хакимиәт бинаһында ҡала активы менән осрашыу булды.

Көн үҙәгендә - мөһим һорауҙар
Көн үҙәгендә - мөһим һорауҙар

ТӨП МӘСЬӘЛӘ - ЭКОЛОГИЯ
Салауат республиканың сәнәғәт яғынан әүҙем үҫешкән ҡалалары рәтендә. Салауаттар һауаның бысраныуын контролдә тотоу өсөн яңы автоматлаштырылған станциялар ҡуйыу планлаштырыламы тигән, һорау менән мөрәжәғәт итте.
- Ысынлап та, республика Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын «Таҙа һауа» федераль проектына индереү буйынса эш алып бара. Былтыр атмосфераны бысратыуҙың бөтә сығанаҡтары тикшерелде. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премьерминистры ҡарары буйынса беҙ өҫтәмә рәүештә атмосфера һауаһының бысраныуын контролдә тотоу өсөн дүрт станция ҡуйырға әҙерләйбеҙ. Уларҙың береһе ҡала сигендә, өсәүһе - «Газпромнефтехим Салауат» предприятиеһының санитар-һаҡлау зонаһы сигендә урынлаштырыласаҡ, - тип яуап ҡайтарҙы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Салауаттар депутаттарға «Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы производстволар төҙөү ҡаланың экология торошона ниндәй йоғонто яһаясаҡ, тигән һорау бирҙе.
Башҡортостан Республикаһының Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илшат Тажитдинов белдереүенсә, әлеге ваҡытта «М Синтез» компанияһы, «Дога» финанс төркөмө һәм «Фарузсинтез» компанияһы әүҙем төҙөлә. Был өс предриятие төҙөлөшкә рөхсәт алып, һәр береһе дәүләт экспертизаһын үткән, махсус тикшереү органдарынан экологик яҡтан да ыңғай һығымта алған. Шулай булғас, был проекттарҙың барыһы ла федераль ҡануниәткә һәм экологик талаптарға тап килә. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов һүҙҙәренсә, 2023 йылда “Газпром нефтехим Салауат” ташландыҡтарҙы кәметеү маҡсатында юл картаһын әҙерләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Уға ярашлы, техник көкөрт етештереүҙе урынлаштырыу буйынса производство төҙөлгән. Шуға көкөртлө водородты утилләштереү бөгөнгө көндә яҡынса 5 мең тоннаға кәмейәсәк. Салауаттар тәүге һөҙөмтәләрҙе киләһе айҙа уҡ тоясаҡ, сөнки сентябрҙә был производстволарға старт бирелә.
- Салауатта хәл күпкә яҡшырасаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе Константин Толкачев. - Һәр сығанаҡҡа контроль датчигы ҡуйыла, әгәр предприятие рөхсәт ителгән сикте боҙһа, предприятиеға шунда уҡ штраф һалынасаҡ.


ҠАЛАҒА ЕР ҺАУА КЕҮЕК КӘРӘК

Салауатты Мәләүез, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары уратып алған, шуға ла ҡалаға үҫер, йорттар һәм шәхси өйҙәр һалыу өсөн ер мәсьәләһе килеп тыуа.
Етәкселәргә ҡаланы көньяҡ йүнәлештә киңәйтеү тураһындағы тәҡдимде хуплайһығыҙмы, тигән һорау яңғыраны. Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова әйтеүенсә, тораҡ пункттарҙың сиктәрен үҙгәртеү мәсьәләһе урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренә ҡарай һәм ҡала округы Советы, муниципаль һәм ауыл биләмәләре советтары тарафынан ҡабул ителергә тейеш. Һәм үҙгәртелгән сиктәрҙәге координаталар нөктәләрен билдәләгәндән һуң Башҡортостан Республикаһы законы менән раҫлана.
- Был проблема беҙгә билдәле. Уны хәл итеү йәһәтенән Салауат ҡалаһы хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, юл картаһы әҙерләнгән. Эш артабан да дауам итәсәк, - тине төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Элина Дәминева.
Хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау белдереүенсә, ҡаланы көньяҡтан үҫтереү төп йүнәлеш булып тора.
- Әлеге ваҡытта кәрәкле документтар әҙерләнә. Төҙөлөш буйынса урынбаҫар ҡала сиктәрен үҙгәртеү менән шөғөлләнә. Тиҙ ҡарала торған мәсьәлә булмаһа ла, уның мотлаҡ хәл ителеренә ышанам. Беҙҙә ер участкалары менән дә, ҡаланың артабанғы үҫеше менән дә бик ауыр. Мәләүез районына рәхмәт. Социаль ерҙәр хатта Мәләүез районының Корнеевка ауылында ла бүленә, - тине ул.
- Һорау көн тәртибендә тора. Хәл итергә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Константин Толкачев.


КҮПЕРҘӘР КӘРӘК
Ҡалала йәшәүсе Наил Баһаутдиновты Салауаттың генераль планында ҡаралған Калинин урамы осонда Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүгә ҡасан тотоноуҙары тураһындағы һорау борсой.
- Был күпер ҡаланың 2030 йылға тиклем төҙөлгән генераль планына индерелеүен беләбеҙ. Уның яҡынса оҙонлоғо 250-300 метр тәшкил итә, был - капиталь объект, шуға ла хаҡы бик юғары, яҡынса 3 миллиард һум аҡса талап ителә. Тәү сиратта, федераль проекттар буйынса авария һәм авария алды хәлендәге күперҙәрҙе тергеҙеү кәрәклеге билдәләнде. Әммә, әгәр был күпер кәрәклегенең тейешле финанс-иҡтисади нигеҙләмәһе булһа, ул хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡараласаҡ, - тип аңлатты транспорт һәм юл хужалығы министрлығының юл хужалығы бүлеге начальнигы Венера Биглова.
Мәләүез районының Һабаш ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү мәсьәләһе киҫкен тора. Әлеге ваҡытта «Спутник» һауыҡтырыу лагерында ял иткән балалар унда ҡыйынлыҡ менән барып етә, сөнки бындағы күпер авария хәлендә.
- Был күпер хужаһыҙ, шуға ла уға аҡса бүлеү мөмкин түгел. Уны беҙ подряд ойошмалары, Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы хакимиәттәре, шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» менән берлектә барып ҡараныҡ. Ысынлап та, был күпер ремонтҡа яраҡһыҙ, уны һүтергә генә ҡала. Яңы күпер төҙөү ҙур капитал талап итә. Был һорау Радий Фәрит улының «Транспорт сәғәте»нә сығарылды. Ишембай районының  Кинйәкәй ауылынан Йәшелтауға тикле 7,8 км оҙонлоҡтағы юл юҡ. Хәҙер был юлды ремонтлауға аҡса бүленде. Яңы күпер төҙөү мөмкинлеге булмағас, ошо яҡтан йөрөүҙе ҡарарға кәрәк, тип билдәләне Венера Биглова. Быға яуап итеп, Артур Александрович күперҙең кәрәклеген белдерҙе. Сөнки лагерь балалар араһында ҙур һорау менән ҡулланыла һәм унда ял итеүселәр һаны
бихисап.
- Был бер йыл эсендә генә хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Әммә ул шулай ҙа көн тәртибендә торасаҡ. Башҡортостан Республикаһы башлығына хәбәр итермен, - тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
– Бар һорауҙар аҡса проблемаһына барып тоташа. Үҙ ҡарарын көткән күп сығымлы проекттар бар, уларҙың һәр береһе кәрәкле. Тағы ла бер ҡабатлайым, күпер мәсьәләһе сиратта буласаҡ.


ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ ҺӘМ БАЛА ТАБЫУ ЙОРТО
Һөйләшеү барышында салауаттар ҡалала табиптар етмәүен һәм бала табыу йортона, Чапаев урамындағы поликлиникаға ремонт кәрәклеген
күтәреп сыҡты.

- Дауаханаларҙы кәрәкле кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләһе 2025 йылға яйға һалыныр, тип көтөлә. Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән“Ғаилә” милли проекты икенсе йылға бойомға ашырыла башлай. Программаға Салауаттың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын һәм бала табыу йортон буйынса ғариза бирелгән. Был объекттарҙы модернизациялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла, - тип яуап ҡайтарҙы республиканың һаулыҡ
һаҡлау министры урынбаҫары Анатолий Можаев.


ЯҢЫ МӘКТӘП ҺӘМ КАПИТАЛЬ РЕМОНТ
3-сө микрорайонда күптән көтөлгән яңы мәктәп төҙәлә башланасаҡ, тип белдерелде һөйләшеү барышында. 1175 урынлыҡ был бинаны төҙөү өсөн
кәрәкле документтар әҙерләнеп, тәғәйен аҡса бүленә. Бынан тыш, ҡаланың 11-се мәктәбен 2025 йылғы капиталь ремонт планына индереү тураһында ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Уның яуабы октябрь аҙаҡтарында әйтелә. Һөйләшеү барышында әлеге ваҡыттта капиталь ремонт барған 7-се мәктәптә ремонтты ваҡытынан алда бөтөрөү мөмкинлеге лә билдәләнде.
Гөлиә НУРИМАНОВА.

Көн үҙәгендә - мөһим һорауҙар
Көн үҙәгендә - мөһим һорауҙар
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: