газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август , 16:00

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған өсөн - Жуков миҙалы

"Башҡортостан" полкының 3-сө батальоны мотоуҡсылар ротаһы фельдшеры - яҡташыбыҙ, Салауат егете Азамат Муллашев Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған өсөн - Жуков миҙалы
Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған өсөн - Жуков миҙалы
Был туралағы яңылыҡ менән ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
- Яҡташыбыҙ, "Башҡортостан" полкының 3-сө батальоны мотоуҡсылар ротаһы фельдшеры, Азамат Муллашев артиллерияның ҡыҙыу уты һәм дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме аҫтында яралы яугирҙарҙы ҡотҡара, уларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә. Фиҙаҡәрлеге һәм шәхси оҫталығы, Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнә, - тип яҙған Артур Александрович.
Һалдаттарҙы ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Гөлиә Нуриманова.
Фото Артур Рундауҙың сәхифәһенән. 
 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: