газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август , 15:21

Юлсылар рәхмәт әйтер

12 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡты һәм Салауатты урап үткән юлды төҙөү һәм киңәйтеү буйынса эштәрҙең башланыуы тураһында хәбәр итте.

Юлсылар рәхмәт әйтер
Юлсылар рәхмәт әйтер

12 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡты һәм Салауатты урап үткән юлды төҙөү һәм киңәйтеү буйынса эштәрҙең башланыуы тураһында хәбәр итте.

Юл эштәре Ергәнгә тиклемге участкала башҡарыла. Стартты был аҙнала уҡ төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм “Росавтодор” етәксеһе Роман Новиков бирә.
- Халыҡ быны күптән көтә ине, - тине Радий Хәбиров. - Әлбиттә, был эш тиҙ башҡарыла торған түгел. Әммә быйыл тәүге ҡатын һала башлайбыҙ, тип килештек. Алла бирһә, иң бысраҡ эште быйыл атҡарабыҙ. Ошо аҙнала башланырға тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был юлдан көн һайын 18 мең тирәһе автомобиль уҙа. Шуға водителдәрҙең уңайлылығы өсөн Салауат ҡалаһы янында юл яны комплексын булдырырға планлаштыралар. Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы вәкилдәре инвесторҙарға юл яны комплексын төҙөү өсөн буш майҙан тәҡдим итте. 0,32 гектар майҙанлы участка Салауат ҡалаһына яҡын “Өфө - Ырымбур” Р.240 федераль әһәмиәттәге автоюл буйында урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов ошондай йәнләндерелгән участкала юл яны комплексын асыу актуаль, тип
билдәләне.
- Юл яны комплексын төҙөү өсөн муниципалитетта бөтә шарттар ҙа бар: инженер һәм транспорт инфраструктураһы үҫешкән. Шуға тәҡдим ителгән инвестицион майҙансыҡты инженер селтәрҙәренә тоташтырып була, өҫтәүенә ул трассаға яҡын урынлашҡан, - тип хәбәр итте корпорация етәксеһе.
Төбәктә инвесторҙарға ярҙам итеүҙең махсус саралары ҡаралған. Ярҙамды Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһында ла күрһәтәләр, уның белгестәре Төбәк инвестицион стандарт сиктәрендә
инвестицион картала урынлаштырылған ер участкалары тураһындағы мәғлүмәтте даими яңыртып тора. Шуға төҙөлөш планлаштырылған участка тураһында бөтә мәғлүмәт бар.
- Бизнесты үҫтереү өсөн тәҡдим ителгән майҙансыҡты ҡараған инвесторға үҫеш корпорацияһы муниципалитеттың бизнес-шерифы менән бергә башланғысты бойомға ашырыуҙың бөтә этаптарында ла: концепция төҙөүҙә, власть органдары һәм ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә, финанс документацияһын булдырыуҙа һәм дәүләт ярҙамын алыуҙа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, - тип өҫтәне Наил Ғәббәсов. 

Фото БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: