Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август , 17:47

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Салауатта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 15 балаға фатир асҡысы тапшырылды.

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып
Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Салауатта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 15 балаға фатир асҡысы тапшырылды.

Августың беренсе аҙнаһында беҙҙең ҡалала шатлыҡлы ваҡиға булды: етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 15 бала үҙ торлаҡтарын алды. Фатир асҡыстарын тапшырыу тантаналы шарттарҙа ҡала хакимиәте
вәкилдәре, балаларҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашлығында үтте. Үҙ ҡыйығың, йортоң булыу һәр кем өсөн дә оло шатлыҡ. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға был йәһәттән бик еңелдән булмауын күҙ уңында тотоп, дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Был ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу хәленән сығыу булып тора. Ҡала хакимиәте башлығы
вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау йәштәрҙе ҡотлап, торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе власть органдарының иғтибар үҙәгендә, тип билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ярҙамы менән быйыл ҡалала 43 582 110,00 һумлыҡ торлаҡ һатып алыу планлаштырыла.
- Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙағы иң мөһим көндәрҙең береһе - фатир асҡыстарын алаһығыҙ. Һеҙҙең үҙ мөйөшөгөҙ буласаҡ, унда ғаилә, йылы һәм уңайлы мөхит булдырып, балалар тәрбиәләгеҙ. Фатирҙар ныҡлап аяҡҡа
баҫып киткәнсе һеҙгә яҡшы старт булып хеҙмәт итер, тип ышанам, - тине Артур Рундау.
Ҡотлауҙарға Салауат хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Константин Масленников та ҡушылды.
- Был һеҙҙең беренсе усағығыҙ булыр, - тине ул. - Яңы фатирҙарҙа үҙ бәхетегеҙҙе табыуығыҙҙы, ғаилә ҡороуығыҙҙы теләйем. Был - киләсәккә ҙур ярҙам.
Әйтергә кәрәк, фатирҙар тулыһынса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған, унда кәрәкле сантехника, кухня плитаһы урынлаштырылған, косметик ремонт яһалған. Йәштәргә йорттарына кәрәкле мебель алып, ҡыуанып күсергә генә ҡала.
Яңы фатир хужалары ярҙам һәм уларға ҡарата булған иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.
Алина Шәрәфетдинова тантанаға өләсәһе Әсмә Хәйрулла ҡыҙы менән килгән. Ҡыҙ - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының өсөнсө курс студенты. Башҡа йәштәр кеүек ул да шатлығын йәшермәй.
- Фатир асҡыстарын алыу бик тулҡынландырғыс. Әммә шул уҡ ваҡытта өләсәйемдән күсеп китергә теләмәйем, сөнки мин уның менән 11 йәштән бергә. Ул минең үҙ әсәйем кеүек. Әлегә фатирҙы тыштан ғына күрҙем, әммә барыбер мин бик шатмын, - ти Алина.
- Былай ҙа күпте кисергән балаларҙы ташламауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уларҙың һәр береһенең тормошо яҡшы, барыһы ла һәйбәт булһын, - тип теләй Әсмә Хәйрулла ҡыҙы.
Тағы бер фатирҙың хужаһы Айҙар Хәсәнов. Егет ҡаланың индустриаль колледжын тамамлаған. Әлеге ваҡытта эшләп йөрөй, киләһе йыл юғары белем алыу өсөн уҡырға инергә ниәтләй. Күптән түгел ул яратҡан ҡыҙы менән никах уҡытҡан.
- Фатир алыуыма шатмын. Хәҙер минең үҙ йортом бар. Мин кисергән эмоцияларҙы һүҙ менән тасуирлап булмай. Быға тиклем бер ҡасан да бындай ҙур бүләктәр алғаным булманы. Тиҙҙән фатирға күсербеҙ тип ниәтләйбеҙ, - тип пландары менән уртаҡлаша егет.
Эйе, егет-ҡыҙҙарҙың изге ниәттәре тормошҡа ашһын тип теләргә генә ҡала. Ҡала хакимиәте бөгөнгө көнгә етем балалар өсөн 27 торлаҡ һатып алған. Быға тиклем - биш, августа ун биш асҡыс тапшырылған. Тағы
ла ете фатир рәсмиләштереү процедураһын үтә.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: