2004 йылда ҡалабыҙҙың Губкин һәм Октябрь урамдары киҫелешендә Ҡоҙаҡай ауылында йәшәүселәр иҫтәлегенә таш ҡуйыла һәм был ваҡиғаға 20 йыл тулыу уңайынан ошо ауылдан сығыусылар һәйкәл янына йыйылды.
Салауат ҡалаһы буш урында барлыҡҡа килмәй. Был ерлектә күп кенә ауылдар урынлашҡан була. Ҡала үҫешә һәм уларҙың халҡы күсерелә. Бына әлеге ваҡытта мөһабәт торлаҡ йорттар урынында ла ҡасандыр Ҡоҙаҡай ауылы була. Ике быуатҡа яҡын үҙ тормошо менән йәшәп ятҡан ауыл юҡҡа сыға. Был ауыл халҡына ошо ерлектә төҙөлгән йортта фатирҙар бирелә. Әлбиттә, Ҡоҙаҡайҙан сыҡҡан кешеләр тыуған ауылдары тураһында иҫтәлекте йөрәк түрендә һаҡлай, киләсәк быуындарға һөйләй, шулай уҡ активист ҡоҙаҡайҙар тырышлығы менән ошо иҫтәлекле урын да барлыҡҡа килә.
- Ҡоҙаҡай Ағиҙел йылғаһы һәм Ырымбур тракты араһында урынлаша. Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре 1773-1775 йылдарҙағы ихтилалда, 1812 йылдағы Ватан һуғышында, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, революция,
Граждандар һуғышы ла ауылды ситләп үтмәй. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында 28 Ҡоҙаҡай ауылы яугиры башын һала, 34-е әйләнеп ҡайтып ҡала һәм комбинат төҙөлөшөндә эшләй. Ауылда сығып ятҡан сихәтле шишмәгә арнап колхозыбыҙҙы «Шишмә» тип атайҙар, ул алдынғылар иҫәбендә була. Һуңынан ҡала төҙөлә башлағас ауылда йәшәүселәрҙе күсерҙеләр, - тип һөйләне ауылдың тарихы хаҡында «Ҡоҙаҡай» йәмғиәте вәкиле Лилиә Фәхретдинова. - Һәйкәл ауыл кешеләренең башланғысы менән 2004 йылда ҡуйылды. 2008 йылда ҡаланың 60 йыллығына ошо ауылдан сыҡҡан Вансит Аҙнағолов «Ҡоҙаҡай. Ике быуат оҙонлоғонда күҙ асып йомған ара» тигән китап яҙып сығарҙы. Әлеге ваҡытта инициатив төркөм иҫтәлекле урынға QR-кодлы әһәмиәтлерәк һәйкәл өҫтәү менән шөғөлләнә. Был беҙҙең киләсәк быуын өсөн кәрәк.
Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Әсғәт Ғәлиев үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште:
- Ҡоҙаҡай ауылы халҡын күсереү мәсьәләһе менән шөғөлләнә башлағас, кешеләр менән осраштыҡ, уларҙың тәҡдимдәрен тыңланыҡ. Ауыл ерлегендә йорт төҙөп, ҡоҙаҡайҙарға күсенеү өсөн фатирҙар тәҡдим итергә
ҡарар иттек. Ололар тәүҙә ҡаршы булһа ла, һуңынан ризалашты. Әлбиттә, ауыл тураһында иҫтәлекле урындың булыуы мөһим, үҙ тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ, балаларығыҙ ҙа белһен һәм һеҙҙең изге эштәрегеҙҙе дауам итһен.
«Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәнит Ханмырҙин ҡала һәм комбинат төҙөлөшөнә бәйле күсерелгән ете ауыл тарихына туҡталып китте. Шулай уҡ ул ауылдарҙың тарихын мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр - «Юрматы ере» мемориаль комплексы, баҫтырылған китаптар, төҙөлгән шәжәрәләр хаҡында һөйләне.
Сараны «Ижад шишмәһе» ансамбленең сығышы биҙәне.
Камил Ташбулатов Ҡоҙаҡай ауылында 1934 йылда тыуған, быйыл 90 йәшен билдәләгән, 40 йыл ғүмерен комбинаттағы хеҙмәткә бағышлаған.
- Беҙҙең ауыл әлеге Губкин урамы буйлап урынлашҡайны. Салауат төҙөлә башлағанда миңә 14 йәш ине, малайҙар менән төҙөлөш барышын барып ҡарай торғайныҡ. Армиянан ҡайтып өйләнгәс, миңә фатир бирҙеләр, - тип хәтерләй хеҙмәт ветераны. - Ошо иҫтәлекле урындың булыуы беҙҙең өсөн мөһим, бында йыйылып, яҡындарыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. 9 майҙа осрашыу йолаһы бар.
- Мин Ҡоҙаҡай ауылында тыуып үҫтем. Бик татыу һәм дуҫ йәшәнек. Әлеге боҙ һарайы тирәһендә шишмә сығып ятты, өләсәйем менән шунда һыуға барып, самауырҙа тәмле сәйҙәр ҡайнатып эсә торғайныҡ. Ул хәҙер юҡ инде. Беҙ уҡырға 9-сы мәктәпкә йөрөнөк. Ҡала үҫеште. Иҫке ауыл өйҙәренән 70-се йылдарҙа күсерә башланылар. Космонавтар бульварында беҙҙең ауыл халҡы өсөн махсус йорт төҙөлдө, миңә лә фатир бирҙеләр, әлегәсә шунда йәшәйем һәм унда бик оҡшай. Беҙҙең ауыл янында Ялпуй йылғаһы ағып ятты. Яланында емеш-еләк күп булды, - тип хәтирәләргә бирелә Альмира Ҡотлобирҙина. - Ошо иҫтәлекле ташты ҡуйыуҙың башланғысында торған Вансит Аҙнағоловты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шулай уҡ ул яҙған китапты ла бик күп тапҡыр уҡып сыҡтым. Хәҙер был һәйкәл - беҙҙең осрашыу урыны, йыйылабыҙ, аралашабыҙ, үҙ тамырҙарын белһендәр өсөн балаларыбыҙға һөйләйбеҙ.