Салауат ҡалаһының «Яугир» ойошмаһы етәксеһе саҡырыуы буйынса «Ағинәйҙәр» төркөмө ағзалары 3 августа Мәләүез районы Үрге Таш ауылы йәйләүендә төбәк-ара уҡтан атыу турниры үткән сарала булып ҡайтты.
Был сара икенсе тапҡыр, ошо ауылдың 1812 йылдағы һуғыш батыры, 1-се Башҡорт полкы командиры, көмөш миҙалдар һәм Рәсәй ордендары менән бүләкләнгән Ихсан Әбүбәкеровтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелә. Республикабыҙҙың яҡын һәм йыраҡ төбәктәренән килгән үҫмер балаларҙан алып, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар оҫталыҡтарын, мәргәнлектәрен күрһәткән ярыш бик сәмле барҙы. Боронғо башҡорт халҡының көнкүренешендә ярҙамсы булған уҡ-һаҙаҡ шөғөл-кәсебенең онотолмауы, тергеҙелеүе, үҫмерҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ир-егеттәрҙең уҡтан атыуға етди әҙерләнеүе һоҡландырҙы.
Гүзәл тәбиғәткә тағы ла йәм өҫтәп, йәйләүҙә йыр-моң, бейеүҙәр, яҡындан танышып аралашыуҙар, ярыштар йәнәшә барҙы. Салауат «Ағинәйҙәр» төркөмөнөң күмәкләп тә, айырым да йырлағандарын, ҡумыҙҙа уйнағандарын бик яратып йылы ҡабул иттеләр.
Республика кимәлендә хәрби-патриотик слетта «Ағинәйҙәр» төркөмөн йөрөтөп алып ҡайтҡан ҡалабыҙҙың «Яугир» ойошмаһы етәксеһенә һәм егеттәренә рәхмәтлебеҙ.
Нәжибә Фәйзуллина.