«Хәҙер бөтә Рәсәй субъекттары кеүек үк беҙҙең йүнәлеш - әһәмиәтле инвестициялар үҫеше. Бөтә төбәктәрҙе, шул иҫәптә Башҡортостанды, дәртләндереүсе стратегик башланғыстар агентлығының төп проекттарының береһе - Инвестициялар мөхите хәленең милли рейтингы. Етди көнәркәшлек шарттарында беҙ быйыл беренсе тапҡыр тәүге өс лидер иҫәбенә индек. Күрһәткестәрҙең яртыһы буйынса тиерлек А төркөмөнөң лидерҙар категорияһына. Бындай һөҙөмтәгә инвестпроекттарға талаптарҙы оптималләштереү һәм бюрократик ҡаршылыҡтарҙы кәметеү арҡаһында ирештек, - тип билдәләне Радий Хәбиров быйыл иблдә республиканың бизнес берләшмәһе менән осрашыуҙа. - Тағы бер ҡабатлап үтәм, бизнес өсөн макцималь уңайлы шарттар булдырыу - беҙҙең идара итеү командаһының мөһим өҫтөнлөклө эштәренең береһе. Беҙ һәр ваҡыт диалог өсөн асыҡбыҙ».
Бизнес-шерифтар һәм үҙенсәлеклә сәғәттәр
Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе бизнес-шериф вазифалары барлыҡҡа килеүгә күп түгел. 2018 йылда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров власть һәм йүнселдәр менән хеҙмәттәшлектең яңы форматы - «Инвестиция сәғәт»ен индерҙе.
Бындай форматтағы кәңәшмәләр производство һәм бизнесҡа ярҙам процедураларын еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота.
«Инвестиция сәғәттәре»ндә бизнес вәкилдәре төбәк, ҡала һәм район етәкселәре менән туранан-тура аралаша.
Ҡатнашыусылар дәүләт ярҙамы: һалым ташламалары, инвестицион һалым ҡайтармаһы, инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткә сығымдарҙы ҡаплауға, ҡоролмалар алыуға субсидиялар ала.
Башҡортостандың был башланғысына федераль кимәлдә юғары баһа бирелде.
Биш йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Инвестициялар комитетының «Инвестиция сәғәте» форматындағы ултырыштарында дөйөм инвестиция күләме 1 1012,8 млрд һумлыҡ һәм 81 323 яңы эш урыны булдырылған 553 инвестиция проекты ҡарала.
Урындарҙа бизнес менән эшләү өсөн бизнес-шериф вазифаһы булдырыла, ә йүнселдәр һәм инвесторҙар менән осрашыуҙар «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» исемен ала.
- Хәҙер беҙ идея тулыһынса үҙен аҡланы тип әйтә алабыҙ. Салауатта йылына «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 50-60 осрашыу уҙғарабыҙ, улар өҫтөнлөклө тип табылып Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Уларҙың бер өлөшө тормошҡа ашырылды, икенсе өлөшө бойомға ашырыу процесында, - тип билдәләй ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, Салауат бизнес-шерифы Урал Мәғизов.
2023 йылда Салауатта «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә 115 һорау ҡаралған, уларҙың 74-е инвестицион проект статусы алған, 58-е тормошҡа ашырылған.
Салауаттың яңы производстволары
«Салауатбыяла» заводында 2022 йылда ҙур төҙөкләндереүҙән һуң 6-сы табаҡлы быяла производствоһы сафҡа инә. Был ысынлап та әһәмиәтле ваҡиға, уға тиклем ғәйәт ҙур күләмдә эш башҡарыла: быяла ҡайнатыу мейесе, иретеү ваннаһы яңыртыла, состав цехы, яндырыу мейесе, ҡырҡыу һәм төрөү линиялары ҡоролмалары техник яҡтан йыһазландырыла.
- Беренсенән, линия етештереүсәнлекте арттыра, икенсенән, төҙөкләндереү ваҡытында яңы технологиялар индерелә, программа тәьминәте ватан компаниялары тарафынан булдырылған, - тип белдерҙе яндырыу мейесен тантаналы асҡанда табаҡлы быяла производствоһы начальнигы Дмитрий Ячевский.
Был инвестицион проектты тормошҡа ашырыу шарттары тураһында килешеүгә 2021 йылда Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм «Салауатбыяла» йәмғиәтенең генераль директоры Сргей Агуреев менән ҡул ҡуя. Инвестициялар күләме 3,6 миллиард һум тәшкил итә, уларҙың 499 миллион һумы - федераль Сәнәғәт үҫеше фонды средстволары.
2021 йылда «Газпром нефтехим Салауат»та каталитик крекинг комплексы сафҡа инә. Проектҡа инвестициялар күләме 41,8 млрд һум тәшкил итә.
- Сафҡа индерелгән каталитик крекинг комплексы нефть эшкәртеү заводы күрһәткестәрен ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ. Был маржиналь продукцияны - автомобиль бензинын һәм дизель яғыулығын сығарыуҙы арттырыуға ла ҡағыла. Нефть химияһы өсөн пропан-пропилен фракцияһы кеүек продукт ихтыяжда. Бутан-бутилен фракцияһы перспектив продукт булып тора, - тип һөйләне нефть эшкәртеү заводының заводының техник директоры Ринат Ғөбәйҙуллин.
Ҡала юбилейына - тәмле бүләк
Салауат юбилейына ҡала халҡы бүләк - «Rostic,s» тиҙ туҡланыу рестораны алды. Ресторан - «Глобал Фуд Салауат - 2» компанияһының инвестицон проекты, 2022 йылда уға өҫтөнлөклө статус бирелә, был килемгә, милеккә һалым, ер участкаһына арендаға дәүләт ярҙамы һәм субсидиялар алыуға мөмкинлек бирә.
- Был беҙҙең ҙур балалар майҙансығы менән беренсе проект. Тағы бер яңылыҡ - автотәҙрә, ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ресторан клиентар һәм курьерҙар өсөн айырым инеү урыны менән эшләнгән. Проект шарттарының береһе 60 эш урыны булдырыу ине. Беҙ был күрһәткесте үтәнек. Бәлки бер аҙ ваҡыттан һуң ул артыр ҙа, - тигәйне ресторанды асыу тантанаһында «Глобал Фуд» компанияһының башҡарма директоры Юлиә Азаматова.