газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август , 09:30

«Бында бик матур!»

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙға килгән Башҡорт дәүләт медицина университетының сит ил студенттары төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйында булып, үҙҙәренең һоҡланыуын белдерҙе. Улар Губкин урамынан алып йылға буйында яңырған бөтә майҙансыҡтарҙа йәйәү йөрөп, күркәм урын менән танышып сыҡты.

«Бында бик матур!»
«Бында бик матур!»

Ағиҙел буйының һуңғы сираты итеп «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программа сиктәрендә төҙөкләндерелгән ваҡиғалар майҙансығында 2023 йылда Салауат ҡалаһының һәм «Газпром нефтехим Салауат» компанияһының 75 йыллығына бағышланған байрам саралары уҙҙы. Йәмәғәт урынында сит ил ҡунаҡтары фотоға төштө һәм урындағы матурлыҡтарҙы ҡараны.
Ағиҙел буйына килеп еткәс, улар ингән урында «Рәхим итегеҙ» яҙыуын күрҙе. Беҙ уларға был яҙыуҙың бик күп салауаттар өсөн айырым бер мәғәнәгә эйә булыуын аңлаттыҡ. 70-се йылдарҙан 2021 йылдың сентябренә тиклем «Рәхим итегеҙ» яҙыуы йылға буйына илткән юлда торҙо. Ярты быуат эсендә ҡала халҡы был урынды яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Арка күп йәштәр өсөн осрашыу урынына әүерелә, төрлө кростар, ярыштар, шулай уҡ байрамдар һәм тантаналар, ҡала көнө, һабантуйҙартап ошонда үтә.


«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы был ерлеккә яңы һулыш өрә. Уның ярҙамы менән Ағиҙел буйы сағыу, күркәм, төҙөкләндерелгән төҫ ала. Бында килеүселәр һаны ла күпкә артҡандай, балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп ял итә, уйнай, күнекмәләр менән шөғөлләнә.


Ағиҙел буйы салауаттарға ғына түгел, шулай уҡ ҡала ҡунаҡтарына ла бик оҡшай. Быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки бында бик матур урындар күп: матур үҫемлектәр, сәскәлектәр, ҡояшта ҡыҙыныу өсөн шезлонгтар ҙа, бәүелсәктәр ҙә бар, спорт, уйын майҙансыҡтары бихисап.


- О, бында спорт майҙансыҡтары! Мин волейболды яратам, хатта был спорт төрө менән профессиональ кимәлдә лә шөғөлләндем, - тип сил ил студенты.
Башҡалар Ағиҙел буйының күркәм урындары менән танышыуҙы дауам итте. Уларҙы тулы, тирә-яғы йәшеллеккә күмелгән Ағиҙел йылғаһы һоҡландырҙы. Тәржемәсе Галина Усманова ҡыҙ һәм егеттәрҙе оҙатып йөрөнө. Салауат - уның тыуған ҡалаһы һәм Ағиҙел буйында ул йыш була.


- Бында миңә оҡшай, ул бер нисә йыл эсендә генә үҙгәрҙе, күркәмләнде. Элек бында юлдар ҙә шәптән түгел ине, бәләкәй генә сәхнә, бөтә ерҙә үлән баҫып бөткәйне, хәҙер юлдар уңайлы, бөтә ерҙә эскәмйәләр, таҙалыҡ. Ғөмүмән, йылға буйы төрлө йәштәге кешеләрҙе үҙенә тартып торған урын. Һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл таба ала, - ти ҡыҙ.
Тағы ла бер ыңғай яғы - 10-сы автобус маршруты. Автобустар Ағиҙел буйына дүшәмбенән тыш, көнөнә өс тапҡыр йөрөй.
- Мин ике тапҡыр был маршрутта килдем. Юл хаҡы ҡала эсендәге кеүек. Бик уңайлы. Хәҙер Муса ҡасабаһына автобусҡа сығып, шунан бөтә ҡала буйлап ҡайтырға кәрәкмәй. Үҙемдең йортома 10 минут эсендә ҡайтып еттем, - тип өҫтәй Галина.


Салауат ҡунаҡтары араһында - Раушания Йосопова. Ул Өфөлә йәшәй һәм эшләй, Салауатҡа килгәне булһа ла, Ағиҙел буйында беренсегә.
- Бында ысынлап та матур һәм уңайлы. Эйе, илдә һәм республикала биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса төрлө проекттар, программалар тормошҡа ашырыла һәм улар ярҙамында майҙансыҡтар, аллеялар, парктар яңы, заманса, төҙөкләнгән төҫ ала. Бик күләмле эш башҡарылған йылға буйында. Биләмә бит бик ҙур һәм бында хәҙер нимә генә юҡ. Иң мөһиме ул буш түгел, бында кеше күп, тимәк уларға йылға буйында йөрөү оҡшай, - тине ул.


- Мин республика буйлап күп йөрөйөм һәм сағыштырырлыҡ нимә бар. Беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар үҙгәрә, яңы парктар, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килә, беҙҙең халыҡтың яратып ял иткән урындары яңы һулыш ала. Һуңғы биш йылда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса Башҡортостанда 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән 7 млрд һумдың 91 проценты федераль бюджеттан, - тип йомғаҡ яһаны программаның үтәлешенә төбәк башлығы Радий Хәбиров.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: