газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль , 10:40

Грант мөмкинлектәре - изге эштәргә

Башҡортостан башлығы Гранты ярҙамында 100-ҙән ашыу маскировка селтәре үрелгән.2019 йылда “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге нигеҙендә “Күңелдәре менән йәш” көмөш ирекмәндәр йүнәлеше барлыҡҡа килде. Ошо ваҡыт эсендә үҙәк бер нисә йүнәлештә эшләй һәм әүҙем үҫешә. Ирекмәндәр республика буйлап күп сәйәхәт итә, спорт менән шөғөлләнә. Илдә махсус хәрби операция башланғас, улар һалдаттарыбыҙға ярҙам итә башлай. Битараф булмаған салауаттар йылы ойоҡбаш бәйләй, посылкалар йыя, яугирҙарға хаттар яҙа, шулай уҡ улар өсөн маскировка селтәрҙәре бәйләй.

Грант мөмкинлектәре - изге эштәргә
Грант мөмкинлектәре - изге эштәргә
Маскировка селтәрҙәре тураһында һүҙ йөрөткәндә, улар хәрби техниканы, окоптарҙы һәм блиндаждарҙы йәшереү өсөн ҙур һорау менән файҙалана. Әммә битараф булмаған кешеләрҙән ниндәй генә ғәйәт ҙур ярҙам килмәһен, дәүләт ярҙамынан тыш бындай оло күләмдәге эште башҡарып сығыу ауырға тура килә. Быны күҙ уңында тотоп, көмөш ирекмәндәр республика Башлығы Грантына конкурста ҡатнашты.
- 2023 йылдың июнендә көмөш ирекмәндәребеҙ ҡала ветерандар советы менән бергә махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса «Изге эштәр ваҡыты» грант проектын тормошҡа ашыра башланы. Улар республика конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың грантын алды. Был дәүләт яғынан бик яҡшы ярҙам, -ти «Ышаныс» социаль-психологик ярҙам үҙәге директоры Ирина Назарова.
Бшҡортостан Республикаһы башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - инновацион һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙам аша йәмғиәт үҫешен дәртләндереү. 2020-2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрә, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хуплай. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан һәм 364,86 миллионы Президент гранттары фондынан берлектә финанслау иҫәбенә.
«Күңелдәре менән йәш» ирекмәндәр үҙәге кураторы Ильвира Анпилогова һүҙҙәренсә, ошондай гранттар финанслауҙары булмаған ирекмәндәргә ҙур ярҙам булып тора. Был проект ярҙамында улар оло йәштәге граждандарҙы маскировка селтәрҙәре үреүгә өйрәтә алған. Кәм тигәндә, 72 дәрес үткәрелеп, 3х6 м ҙурлыҡтағы 100-ҙән ашыу селтәр эшләнә. Бынан тыш, яугирҙар өсөн ойоҡбаш бәйләү өсөн йөн ептәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алына.
- Ирекмәндәр - үҙ ҡулдары менән ярҙам итергә, эшләргә әҙер булған ябай кешеләр. Әммә ошондай ҡыҙыҡлы грант конкурсына әҙерләнәһең, кешеләрҙе йыйыу, уҡытыу һәм селтәрҙәр үреү процесын планлаштыраһың, аҙаҡ уның һөҙөмтәһен күрәһең. Шулай уҡ һалдаттарҙың ял ваҡытында беҙгә килеүе, рәхмәт белдереүҙәре лә илһамландыра. Беҙ улар менән аралашып, ниндәй кәрәкле эш башҡарыуыбыҙҙы аңлайбыҙ. Бында беҙгә грант аҡсалары ярҙамға килә, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә шат, сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ уртаҡ, - тип һөйләй Ильвира Әҙһәм ҡыҙы.
Бергәләгән эш ырамлы тигәндәй, селтәрҙәрҙе 15-20 кеше бергәләп үрә. Эш мәлендә күңелдән ҡараңғы уйҙар ҡыуыла, еңеүгә индергән өлөшөң өсөн ҡәнәғәтлек, ғорурлыҡ тойғоһо арта. Һөҙөмтәлә фронт заказы ғына үтәлмәй, ә оло йәштәге кешеләрҙең күңел торошо яҡшыра, уларҙың социаль әүҙемлеге арта, улар үҙҙәрен яңынан файҙалы граждандар сафында тоя башлай.
- Оло йәштәгеләрҙең ижтимағи эшмәкәрлеккә ҡушылыуы, үҙ әһәмиәтен тойоуы, махсус хәрби операция зонаһында һуғышҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙә ҡатнашыуҙан яҡшы тойғолар алыуы проекттың төп һөҙөмтәһе булып тора. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн йәмғиәткә кәрәкле эш башҡарыу оло әһәмиәткә эйә. Улар өйҙә генә ултырмай, ирекмәндәр сафына баҫып, фекерҙәрштәре менән ыңғай тәьҫораттар ала, - ти Ирина Назарова.
Баҡтиһәң, кеше яҡшылыҡ эшләүҙән арып, уларҙың эмоциональ яҡтан һүнеүе лә мөмкин. Шуға ла «Изге эштәр ваҡыты» проекты сиктәрендә ирекмәндәргә төрлө тренингтар, уйындар, массаж сеанстары ярҙамында психологик ярҙам күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, селтәр үреүгә көн һайын оло йәштәге яңы вәкилдәр ҡушыла. Әгәр 2019 йылда улар 10-15 булһа, 2023 йылдың июнендә ирекмәндәр һаны 89-ға тиклем арта. Әлеге ваҡытта Салауатта 130 көмөш ирекмән эшләй.
Шуны ла әйтергә кәрәк, ирекмәндәр бер минут та эшһеҙ ултырмай, тимәк, проект кешеләргә кәрәкле һәм файҙалы булып сыға.
Үҙең теләгән проектты тормошҡа ашырыу өсөн грантты төрлө өлкәләрҙә алырға мөмкин. Мәҫәлән, быйыл йәй башында республика етәксеһе беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш белгестәргә лә грант тапшырҙы, уның күләме – 500 мең һум. Башҡортостан – тотош илдә бындай ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк.
Шулай уҡ матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған, тағы ла социаль әһәмиәтле, дәүләт телдәрен һаҡлау, кинематографияға ярҙам итеүгә арналған конкурстар үткәрелә. Бынан тыш, Фонд консультациялар бирә, проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам итә, был иһә уларҙы уңышлы атҡарып сығыр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Шуға күрә инициативалы, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле проекттары булған һәләтле кешеләргә, уны тормошҡа ашырыуға дәүләт ярҙамы алыу бик отошло булып тора.
Гөлиә Нуриманова.
Фото "Выбор"гәзите архивынан. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: