Проблема бар икән, уны хәл итеү ҡарары ла барлыҡҡа килә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың оло йәштәге Өфө кешеһе менән һөйләшеүе республика программаһын булдырыуға этәрә. Һәм 2028 йылда Өфө һәм Өфө районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда Радий Хәбиров:
- Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефенә нимә йоғонто яһауым әйтәм. Ул иртән тороп бысраҡ подъезға сыға икән, төшкәс бысраҡ ихатаға эләгә икән, әлбиттә уның кәйефе булмаясаҡ. Ул яҡшы итеп яҡтыртылған стеналарына сәскәләр төшөрөлгән подъезға сыға икән - бөтөнләй икенсе хәл. Беҙгә уңайлы мөхит булдырырға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Тәүге йылда уҡ республикала 1 372 күп фатирлы йортта 4 001 подъезд ремонтлана. Программаның барлыҡ эшләү осоронда 3,5 млрд һумға 8 200 подъезд яңыртыла. Йорттарҙа йәшәүселәр был маҡсатҡа үҙ аҡсаһын һалмай. Ә бына ремонт эштәренең составын, ниндәй төҫкә буяуҙы һәм башҡа эш төрҙәрен кешеләр үҙҙәре хәл итә. Эштәрҙең барышын капиталь ремонт буйынса төбәк операторы контролдә тота, бөтә мәғлүмәт уның сайтында урынлаштырылған.
Салауатта 2019 йылда - 276, 2020 йылда - 102, 2022 йылда - 20 һәм 2023 йылда 108 подъезд ремонтлана.
- Беҙҙең подъезды 2023 йылда ремонтланылар, - тип һөйләй Пушкин урамындағы 9-сы йортта йәшәүсе. - Беҙ был программаға бик ныҡ эләккебеҙ килде: йыйылыш уҙғарҙыҡ, документтар әҙерләнек, барыһын да муниципалитетҡа ебәрҙек. Бының менән генә эш бөтмәне. Ремонттың һәр этабын контролдә тоттоҡ, подрядсы менән һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ. Уның ҡарауы, һөҙөмтә менән ҡәнәғәтбеҙ.
Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уҙған биш йыл эсендә Салауатта 230 миллион һумға 171 күп фатирлы йортта 506 подъезд ремонтланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 һәм ағымдағы йылда программа сиктәрендә финанс бүленмәгән. Шулай ҙа ошо арауыҡ эсендә башҡарылған эштең һөҙөмтәһе ҡыуандыра.
Салауатта программаның тормошҡа ашырылыуы хаҡында ҡала Советы депутаты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ерҙе, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу, сауҙа һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр буйынса комиссияның секретары Оксана Редькина һөйләй:
- Был, ысынлап та, бик көнүҙәк программа һәм беҙҙең халыҡ өсөн ҙур ярҙам. Подъездарҙы норматив хәлгә килтерһәң, уларҙы матур һәм уңайлы итһәң, өйөнә ҡайтҡанда ҡала халҡының кәйефе лә икенсе буласаҡ. Аҡтарылып, насар һүҙҙәр менән яҙылып бөткән стеналар матур уйҙар һәм ғәмәлдәр тыуҙырмай. Һәм, әлбиттә, программаны тормошҡа ашырыу - ул халыҡҡа ҙур финанс ярҙам. Подъездарҙы ремонтлау ҡиммәткә төшә һәм һәр йорт та был финанс йөкләмәне күтәреп сыға алмай. Был программа ярҙамында ремонтланған поъездарҙа йәшәүселәр күпкә отто, тип уйлайым. Булдырылған матурлыҡты һаҡлағыҙ.
Салауатта ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ҙур күләмле эш алып барыла. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә ҡаланың йөҙөк ҡашы булған йәмәғәт биләмәләре: Батыр аллеяһы, Ағиҙел буйы, Ленин урамындағы аллея төҙөкләндерелде. «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» милли проекты буйынса юлдар яңыртыла. «Мәҙәниәт» милли проекты ижади һәм рухи яҡтан үҫеш өсөн шарттар булдырыусы йәмәғәт мәхиттәре булдырыла. Үҙенсәлекле «Башҡорт ихаталары» проекты бойомға ашырыла.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостан - бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында актив ҡатнаша.
2024 йылдың апрель башында Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы 2023 йыл өсөн ҡала мөхите сифаты индексы иҫәбе һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы. Башҡортостанда 21 ҡаланың 17-һе рейтинг буйынса йәшәү өсөн уңайлы тип табылған.