Был мәҡәләне яҙырға булғас, “Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас”, тигән аҡыллы һүҙҙәр иҫкә төштө. Баланың теле асылған ғына ваҡытта тап ата-әсә сабыйының ниндәй телдә һөйләшәсәген хәл итә. Телгә ҡарата ҡараш та, ихтирам, иғтибар, һөйөү ҙә мотлаҡ ғаиләнән, атай-әсәйҙән, олатай-өләсәйҙән башлана.
Артабан мәғариф тармағында туған телде өйрәнеү өсөн булдырыған шарттарҙың әһәмиәте ҙур. Был йәһәттән Салауатта 50-се башҡорт балалар баҡсаһының булыуы ҡала башҡорттары өсөн отошло. Тәрбиәселәрҙең әкиәттәр, йырҙар, фольклор, йолалар аша туған телгә һөйөү тәрбиәләүе ҙур ихтирам уята. Баҡса “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” I Төбәк-ара конкурсында еңеүсе лә тип табылды.
- Баҡсабыҙҙа мәктәпкәсә төркөмдәрҙә аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт телмәрен үҫтереү дәресе алып барыла, «Йәншишмә» башҡорт фольклоры, «Әкиәттә ҡунаҡта» театр эшмәкәрлеге түңәрәктәре эшләп килә. Балалар көн дауамында тәрбиәселәр менән башҡортса аралаша. Байрамдар, төрлө саралар башҡортса-русса алып барылһа, Республика көнөнә, башҡорт теле һәм туған телдәр көнөнә арналған саралар башҡорт телендә уҙа. Балаларға «Сөмбөлә», «Ҡаҙ өмәһе», «Балаҫ һуғыу», «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй» кеүек йола һәм фольклор байрамдары, «Тирмә», «Ҡурай», «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Сума өйрәк, сума ҡаҙ» башҡорт халыҡ уйындары бик оҡшай. Ҡоролтай эргәһендәге ата-әсәләр комитеты ойошторған конкурстарҙа беҙҙең балалар әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулай. Йыл да Салауат Юлаевҡа арналған ҡала кимәлендәге сарала балалар сығыш яһай, - тип һөйләй 50-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Баймырҙина һәм балаларҙа туған башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙа башҡортса планшет һәм смартфондар ҡулланыуын да билдәләп үтә. - Балаларға бик ҡыҙыҡ, яратып уйнайҙар, тәрбиәселәр өсөн дә бик уңайлы: дәрестәрҙә һәм шәхсән эш ойошторғанда ҡулланалар.
Тағы ла шуны өҫтәп әйтеп үтергә кәрәк, әлеге ваҡытта ҡалала 27-се, 10-сы, 55-се балалар баҡсаларында ла биш башҡорт төркөмө булдырылған, һәр ата-әсә унда балаһын йөрөтә ала.
Башҡорт балалар баҡсаһынан сыҡҡан балалар, ғәҙәттә, ҡалабыҙҙың 25-се башҡорт гимназияһына юллана. Педагогик коллективтың, бигерәк тә башҡорт теле уҡытыусыларының уҡыусыларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, йолаларына һөйөү тәрбиәләү, рухлы шәхестәр үҫтереү маҡсатына ирешеү өсөн тырышып эшләүе, гимназияның «Урал батыр мәктәбе», «Шайморатов класы» республика илһөйәрлек тәрбиәһе проекттары ҡатнашыусыһы булыуы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Уҡытыусыларҙың белем һәм тәрбиә биреүҙә заманса алымдар ҡулланыуы, балаларҙы дәртләндереп төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнаштырыуы йәштәрҙе туған телгә ылыҡтыра. Гимназия уҡыусылары төбәк-ара “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар һәм йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулай, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Бөгөн замана балаларын тағы ла нимә менән туған телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырып була? Эйе, интернет, смартфон, компьютер, заманса технологиялар, мобиль ҡушымталар. Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылғас, Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында төрлө ҡыҙыҡлы проекттартормошҡа ашырыла башланы.
- Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Был эштә тел мәсьәләләренә битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы ҡыуандыра. Туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм шул һөйөүҙе башҡаларға ла еткерергә ынтылған әүҙем кешеләргә ярҙам итергә булдыҡ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса башланғыстарҙы иғтибар үҙәгендә тота, телде таратыу һәм һанлаштырыу сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле алып бара. Башҡорт телен төрлө кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн бихисап мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде. «IQБалаБаш» бәләкәстәргә тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнергә, «Inofon BASH» сюжетлы иллюстрациялары һүҙҙәрҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Хәтерҙе нығытыуға, телмәр оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Әлләсе» мобиль ҡушымтаһы ла башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлаусылар өсөн дә, яҡшы белеүселәр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы. Бынан тыш, «Bashword», «Эшлекле башҡорт теле» тигән ҡушымталар бар. Башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” тәүге аҡыллы колонка менән башҡортса һәм русса аралашырға, бер телдән икенсеһенә тәржемә итергә, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға, еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Интернет селтәрендә “Тел биҫтәһе” тигән проекттың яҙмалары донъя күрә башланы, унда кескәйҙәргә төрлө темалар буйынса һорауҙар бирелә, ә улар башҡорт телендә ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, фәһемле яуап ҡайтара.
Эйе, республикала башҡорт теле иғтибарҙан ситтә ҡалмай, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты ярҙамы менән 2021-2024 йылдарҙа 16 проект тормошҡа ашырған. Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә көн иткән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде. Салауаттар ҙа был акцияға йыл һайын дәррәү ҡушыла. Акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе әл актив ҡатнаша. «Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эштәр башҡарабыҙ, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында. Әйтәйек, яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар. Халыҡ-ара диктант - ошондай эштең яҡшы өлгөләренең береһе», - тип белдерҙе республика башлығы.
Башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә, тартыуҙа йәмәғәт ойошмаларының да роле ҙур. Был йәһәттән Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комиссияһының эше баһалап бөткөһөҙ. Ойошма Халыҡ-ара диктант ацияһында, Башҡорт теле, Милли кейем көндәрендә иң әүҙем ҡатнашыусылар, төрлө флешмобтар, конкурстарҙы үткәреүсе, яңы һәм ҡыҙыҡлы проекттар башлаусы ла булып тора.
- Республика көнөнә арнап «Тыуған илем - алтын бишек», Әсәйҙәр көнөнә «Әсәйем - күҙ нурым», Ватанды һаҡлаусылар көнөнә «Ғорурланам атай һинең менән», Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә «Әсәйем, ҡәҙерлем, һиңә бүләк ҡотлауым», Еңеү көнөнә «Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты», милли батырыбыҙ С.Юлаевтың тыуған көнөнә арнап «Онотмайбыҙ һине, Салауат!» шиғыр һәм йыр конкурстары йыл да үткәрелеп килә. Ҡаланың төрлө мәктәп уҡыусылары араһында «Алтын тирмә», «Отҡорҙар һәм зирәктәр» интеллектуаль уйындары ойошторола. Уйында уҡыусылар тарихҡа, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп көс һынаша, - тип бүлешә эшмәкәрлектәре тураһында ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерова. - Башкорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсаты менән ай һайын кемдең тыуған көнө шул шәхестең әҙәрҙәрен һөйләү буйынса «Бәйләнештә» социаль селтәрендә флешмоб ойошторола. Шулай уҡ ошо селтәрҙә балалар өсөн башҡортса йәнһүрәттәр, йырҙар, шиғырҙар, ауыҙ-тел ижады буйынса, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡағылышлы материалдар һалына, ата-әсәләргә balalar сайтынан йәнһүрәттәр тәҡдим итәбеҙ. Бына яңыраҡ «Тел биҫтәһе» проектының балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорған видеояҙмаларын да ҡуя башланыҡ. «Йөҙ көндә, йөҙ һүҙ» рубрикаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларҙың телмәрен яңы һүҙҙәр менән байытыу маҡсаты менән алып барыла. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында йыл да тәбиғәттә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үткәрелә. «Әсәйем - тормош биҙәге» тип аталған конкурста әсәйҙәр балалары менән һөнәрҙәрен күрһәтте, конкурстың төп талабы булып башҡорт телен аңлаған һәм иркен аралашҡан ғаиләләрҙе һайлап алыу булды.
Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙ башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүҙә ниндәй өлөш индерәһегеҙ? Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ туған телен беләме? Әсә телен йәш быуынға өйрәтеү өсөн ниндәй сараларҙы ҡулланаһығыҙ?
Гөлнара Асҡарова.
Фотолар «Салауат» гәзите архивынан, «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы» төркөмөнән.